Бөтә яңылыҡтар
Экология
22 Июль 2021, 11:00

“Бәхет шишмәһе” урғаҙаларҙы бәхетле итте

"Атайсал" проектына ярашлы Баймаҡ районының Урғаҙа ауылы янында ҡоҙоҡ барлыҡҡа килде. 

“Бәхет шишмәһе” урғаҙаларҙы бәхетле итте
“Бәхет шишмәһе” урғаҙаларҙы бәхетле итте

Баймаҡ районының Урғаҙа ауылы халҡы элек-электән эсәр һыуға ҡытлыҡ кисерә килде. Бигерәк тә ҡатлы йорттар халҡы һыуһыҙлыҡтан интекте. Транспорты булғандар күрше Янғаҙы, хатта сиктәш Хәйбулла районы Иҫәнгилде ауылынан һыу алып ҡайтырға мәжбүр ине.

Ошо көндәрҙә  "Атайсал" проектына ярашлы, районда иғлан ителгән “Сылтыр шишмә” акцияһын ғәмәлгә ашырып, Урғаҙа ауылы халҡының инициативаһы, биләмә башлығы Фәйзи Рәхмәтуллин тырышлығы һәм бағыусы Анатолий Новиков етәкселегендәге “Новиков” крәҫтиән-фермер хужалығының матди ярҙамы менән ауыл янында ҡоҙоҡ ҡаҙылып, яңы насос алып ҡуйылды, эргә-тирәһе матур итеп кәртәләп алынды.

Йылайыр ауыл биләмәһе башлығы Фәйзи Салауат улы әйтеүенсә, “Бәхет шишмәһе”н асыу тантанаһы оло байрамға әүерелгән, Баймаҡ халыҡ ижады үҙәге артистары автоклуб менән килеп, концерт ҡуйған. “Бигерәк тә быйылғы ҡоролоҡта яһалма булһа ла һыу сығанағы асылыуына ауыл халҡы ҡыуанып бөтә алмай. Киләсәктә ҡоҙоҡ янын йәшелләндереү планлаштырыла”, - тине ул.

 

Фото: sun9-45.userapi.com

Автор:Айгуль Идельбаева
Читайте нас: