Бөтә яңылыҡтар
Экология
23 Июль 2021, 18:00

Тәбиғәт һәйкәлдәре һаҡланасаҡ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика әһәмиәтендәге һаҡлау зоналарын булдырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

Тәбиғәт һәйкәлдәре һаҡланасаҡ
Тәбиғәт һәйкәлдәре һаҡланасаҡ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика әһәмиәтендәге һаҡлау зоналарын булдырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

Һүҙ "Ҡуштау тауы", "Торатау тауы", "Ҡарламан мәмерйәһе", "Туғар Салған күле", "Охлебинин гипс мәмерйәһе, "Ҙур Ҡалпаҡ ҡаяһы" тураһында бара. Һаҡлау зоналарын булдырыу махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен кире антропогенлы тәьҫирҙән ҡурсалау маҡсатын күҙ уңында тота.

Документ тарафынан һаҡлау зоналары тураһында тейешле положениелар раҫланған. Уларҙа, атап әйткәндә, был биләмәләрҙә тыйылған һәм рөхсәт ителгән эш төрҙәре һаналған.

Был тәбиғәт һәйкәлдәре урынлашҡан муниципалитеттар хакимиәттәренә, айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен һәм уларҙың зоналарын иҫәптә тотоп, ер төҙөлөшөнөң, район планировкаһының комплекслы территориаль схемаһын эшләргә тәҡдим ителде.

Фото: glavarb.ru

Автор:Даян Мазитов
Читайте нас: