Бөтә яңылыҡтар
Экология
24 Июль 2021, 10:00

Төйәләҫтә ни өсөн балыҡтар үлгән?

Сибай халҡын яр буйында күпләп ятҡан үле балыҡтар аптырашта ҡалдырған. Асыҡланыуынса...

Төйәләҫтә ни өсөн балыҡтар үлгән?
Төйәләҫтә ни өсөн балыҡтар үлгән?

Сибай халҡын Төйәләҫ яры буйында күпләп ятҡан үле балыҡтар аптырашта ҡалдырған.

Баҡтиһәң, ҡала хакимиәтенең матбуғат бүлегендә аңлатыуҙарынса, йылғаның экологик балансын һаҡлау, уны даими рәүештә таҙа тотоу маҡсатында урындағы торлаҡ-коммуналь хеҙмәт тарафынан Төйәләҫкә ете мең аҡ амур һәм киң маңлай балыҡтары ебәрелә. Әммә, көндәрҙең саманан тыш эҫе тороуы сәбәпле, яңы урында был йән эйәләренең күбеһе һәләк була. Үле балыҡтарҙы торлаҡ-коммуналь хеҙмәткәрҙәр йыйып алған, йылға буйы таҙартылған.

Фото: "Сибайский рабочий" гәзите сайты.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: