

26 июлдә Башҡортостан Хөкүмәтендә ҡаты ҡалдыҡтар менән эш итеү системаһын булдырыу мәсьәләһе буйынса сираттағы кәңәшмә үтте. Ул видеоконференция тәртибендә Премьер-министр Андрей Назаров етәкселегендә уҙҙы.
"Сүп-сар реформаһын башлағанда уҡ ҙур эш үткәрҙек, шулай ҙа системалыға һәм проблемалыға әйләнә барған һорауҙар ҡала килә, - тине Премьер-министр. - Элеккесә, көн үҙәгендә ошо мәсьәләләр - сүп-сар сығарыуҙы ваҡытында башҡарыу, эргә-тирәләге биләмәне йыйыштырыу, контейнер майҙансыҡтарын төҙөкләндереү. Беҙ быларға иғтибарлы булырға, һөҙөмтәле эшләргә тейешбеҙ".
Төбәк операторҙарының, муниципаль берекмәләрҙең хеҙмәт сифаты мәсьәләһе буйынса тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров һөйләне.
"1 июлдән 22-һенә тиклем төбәк операторҙары республика буйынса сүп-сар сығарыуҙы тулыһынса тиерлек теркәп барҙы. Был республикала Бөтә донъя фольклориадаһы үткән ваҡытты үҙ эсенә алды. Төбәк операторҙары ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу, туплау һәм ташыу схемаһына ярашлы эш алып барҙы. Байрам мәлендә - 3-10 июлдә - төбәк операторҙары яғынан ҡағиҙә боҙоуҙар теркәлмәне", - тине министр.
Билдәле булыуынса, урындарҙа сүп-сарҙы сығарыу графигы автоматлаштырылған мониторинг системаһы ярҙамында күҙәтелеп, ҡағиҙә боҙолған осраҡта, мәғлүмәт республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына тапшырыла.
Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар буйынса идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская билдәләүенсә, халыҡтың социаль селтәрҙәрҙәге мөрәжәғәттәренә анализ шуны күрһәтә: граждандарҙы һаман да сүп-сарҙы ваҡытында сығармау, контейнер майҙансыҡтарының торошо, санкцияланмаған ҡыйлыҡтар барлыҡҡа килеүе, төҙөлөш ҡалдыҡтары өйөмдәре күбәйеүе борсой.
Премьер-министр урындарҙа эштең системалы, ваҡытында һәм һөҙөмтәле үтәлергә тейешлеген билдәләне, шул саҡта ғына халыҡтан мөрәжәғәттәр, дәғүәләр кәмейәсәк. Ул Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына төбәк операторҙары менән берлектә контейнер майҙансыҡтарын хеҙмәтләндереү буйынса эште ойошторорға ҡушты.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=52181