Бөтә яңылыҡтар
Экология
27 Июль 2021, 21:15

"Яңы проектты тормошҡа ашырыр ваҡыт етте"

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында яҙҙы.

"Яңы проектты тормошҡа ашырыр ваҡыт етте"
"Яңы проектты тормошҡа ашырыр ваҡыт етте"

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында яҙҙы.

“Пластик менән бысратыу донъялағы иң етди проблемаларҙың береһенә әүерелә бара. Бындай изделиеларҙың артыуы уларҙы эшкәртеү күләменән һиҙелерлек күберәк. Мәҫәлән, кем ишетмәгән, Тымыҡ океан табы тураһында уҡығыҙ.

Проблема беҙҙең республикала ла бар. Былтыр кешеләр үҙебеҙҙә күпләп сәйәхәт итә башлағас, быны аңланыҡ. Ул саҡта ялыуҙарҙың күбеһе сүп-сар, беренсе сиратта тәбиғәт парктарына ташланған пластик менән бәйле ине. Ул ваҡытта барыһын да тиҙерәк алырға тырыштыҡ, әммә барыбер проблема системалы ҡарар ҡабул итеүҙе талап итә.

Былтыр ошо хаҡта республика Башлығы менән бер нисә тапҡыр һөйләштек һәм шул ваҡытта пластмассаны эшкәртеүҙе тиҙләтеү хаҡында ҡарар иттек. Шулай итеп, былтыр көҙҙән был эш менән әүҙем шөғөлләнәбеҙ.

Беренсе проектты презентациялау ваҡыты етте. Ул пластик шешәләрҙе эшкәртеү буйынса. Инвестор табылған, барлыҡ нескәлектәр хаҡында һөйләшкәнбеҙ.

Проект Благовещен ҡалаһында тормошҡа ашырыласаҡ – йылдам иҡтисади үҫеш биләмәһендә ойошторасаҡбыҙ. Комплекс элекке биологик комбинатта төҙөләсәк. Ул 90-сы йылдарҙа уҡ көрсөккә терәлгәйне, шунан һуң ерҙең күп өлөшө буш ята. Хәҙер уны төҙөкләндерәсәкбеҙ. Яңы етештереү ультра заманса һәм экологик йәһәттән зыянһыҙ буласаҡ. Ҡалдыҡтарҙы яндырмаясаҡтар, күммәйәсәктәр, ә эшкәртәсәктәр һәм ҡайтанан етештереүҙә файҙаланасаҡтар.

Йылына 13 мең тоннаға тиклем сеймал эшкәртеү планлаштырыла. Урында инвестор флекс етештереүҙе ойошторасаҡ. Был – аҙыҡ-түлек өсөн ҡапсыҡтар әҙерләгәндә файҙаланылған бәләкәй киҫәктәр.

Биләмәнең төҙөкләндерелеүенән тыш, Благовещен өҫтәмә һалым түләүҙәре аласаҡ. Улар урындағы ихтыяждарҙы хәл итеүгә, яңы эш урындары барлыҡҡа килтереүгә йүнәлтеләсәк”.

Фото: veteranrb.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: