Бөтә яңылыҡтар
Экология
28 Июль 2021, 14:30

12 районда 12 шишмә тәртипкә килтерелә

2007 йылдан Башҡортостанда 130 шишмә яңы һулыш алған.

12 районда 12 шишмә тәртипкә килтерелә
12 районда 12 шишмә тәртипкә килтерелә

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала шишмәләрҙе төҙөкләндереү әүҙем бара. “Башҡортостан Республикаһының экологияһы һәм тәбиғәт ресурстары” дәүләт программаһына ярашлы, 12 районда – Бишбүләктә, Бөрөлә, Дүртөйлөлә, Мишкәлә, Йылайырҙа, Краснокамала, Тәтешлелә, Ҡариҙелдә, Хәйбуллала, Архангелдә, Борайҙа һәм Күгәрсендә –  12 шишмә тәртипкә килтерелә.

– Йыл һайын беҙҙең министрлыҡ һыу ятҡылыҡтарын төҙөкләндереү йәһәтенән байтаҡ сараларҙы тормошҡа ашыра. Беҙ муниципаль район хакимиәттәренең ғаризаһы буйынса эш итәбеҙ. Төп маҡсат – халыҡты өҫтәмә һыу сығанаҡтары менән тәьмин итеү. Быйыл 1195,7 мең һумлыҡ килешеү төҙөлгән, – тине тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрының беренсе урынбаҫары Илдар Ғарифуллин. – 2007 йылдан, шишмәләрҙе төҙөкләндереү буйынса эш республика ҡаҙнаһынан финанслана башлаған мәлдән, Башҡортостанда 130 шишмә яңы һулыш алған.

Әйткәндәй, шишмәләрҙән файҙаланыу мәҙәниәтен үҫтереү, халыҡты саф шишмә һыуы менән тәьмин итеү министрлыҡ эшмәкәрлегендә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһен тәшкил итә. Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының “Үҙенсәлекле һыу объекттарын һаҡлап ҡалыу” федераль проекты маҡсаттарына һәм бурыстарына тулыһынса тап килә.

 

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Фото: https://ecology.bashkortostan.ru/presscenter/news/383641/

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/128240

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: