Бөтә яңылыҡтар
Экология
29 Июль 2021, 23:30

Һулар һауаның сифатын ҡайғыртып

Бөгөн Өфөлә экологтар, йәмәғәтселәр, депутаттар йыйылып, һулар һауа сифаты тураһында һөйләште.

Һулар һауаның сифатын ҡайғыртып
Һулар һауаның сифатын ҡайғыртып

Бөгөн Өфөлә экологтар, йәмәғәтселәр, депутаттар “түңәрәк өҫтәл” артына йыйылып, һулар һауа сифаты тураһында һөйләште.

Ай башында баш ҡала халҡы һулар һауала газ һәм әсе еҫ барлығына зарланып ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итмәне. 9 июлдә тәүге тапҡыр был мәсьәлә буйынса Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының “ҡыҙыу телефон”ына йөҙҙән ашыу кеше шылтыратҡан. Был хәлгә аныҡлыҡ индереп министр урынбаҫары Камил Биргулиев сығыш яһаны. Уның билдәләүенсә, һуңғы айҙа ведомствоға баш ҡала халҡынан 900 мөрәжәғәт килгән. Ысынлап та, зарланырға урын бар, лаборатор тикшереүҙәр һауала зарарлы матдәләр концентрацияһының артыуын теркәгән.

"Анализдар күрһәтеүенсә, һулар һауаны бысратыусылар - тәү сиратта эре сәнәғәт етештереү предприятиелары, ҡаланың таҙартыу ҡоролмалары һәм канализация. Бынан тыш, Черкассы ауылындағы ҡаты-көнкүреш ҡалдыҡтары полигонында ике янғын һәм унан һуң полигондың быҫҡып яныуы ла сәбәпсе булды", – тине Камил Биргулиев.

Башҡортостандың дәүләт аналитика контроле идаралығы директоры урынбаҫары Рөстәм Сабиров һулар һауаны анализлағандан һуң билдәле булған һөҙөмтәләр менән таныштырҙы. "Роспотребнадзор"ҙың коммуналь гигиенаны тикшереү бүлеге етәксеһе Лариса Кильдюшева июлдә санитар-эпидемиологик һөҙөмтәләр тураһында һөйләне. Был белгестәр эҫе көндәрҙең һауа сифатына ҙур йоғонто яһауын әйтеп үтте. Эҫе һәм елһеҙ көндәр һауала зарарлы матдәләрҙең тупланыуына килтергән.

"Ғәҙәттә, Өфө халҡы көн һайын һауалағы еҫкә зарланып 20-25 тапҡыр шылтыратһа, әле уртаса көнөнә йөҙ шылтыратыу ҡабул итәбеҙ. Беҙҙе был хәл ҙур борсоуға һала. Лабораториялар көн һайын сығып анализдар ала, һауала зарарлы матдәләр артыуын теркәй. Әлеге мәлдә шик тыуҙырған заводтарҙың эше тикшерелә. Ошо арала уларҙың исемлеге билдәле буласаҡ", – тине Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова.

Һулар һауаға зарарлы матдәләр ташлаусыларҙың эре сәнәғәт предприятиелары булыуын Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты рәйесе Әлфис Байсурин да билдәләне.

"Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн предприятиеларға ҡуйылған датчиктарҙағы мәғлүмәт үҙҙәре өсөн генә файҙаланыла. Ошо мәғлүмәтте асыҡ итеү мәсьәләһен уйларға кәрәк. “Түңәрәк өҫтәл”дән һуң Өфө һәм уның ситендә эшләгән эре предприятиеларҙың етәкселәренә берҙәм система булдырыу тәҡдиме менән сығасаҡбыҙ", - тине Әлфис Байсурин.

“Берҙәм Рәсәй” партияһының башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының “юл картаһы” төҙөү тәҡдиме менән килеште. Благовещен ҡалаһы хакимиәте менән ПОЛИЭФ йәмғиәтенең бергәләп һөҙөмтәле эшләүен миҫалға килтерҙе. Ҡаланың үҙәк майҙанында һулар һауаның сифатын, зарарлы матдәләр миҡдарын күрһәткән табло тора. Был халыҡҡа һулар һауа сифаты менән даими танышыу мөмкинлеген бирә.

“Түңәрәк өҫтәл”гә йыйылған белгестәр күҙәтеү станциялары һанын арттырыу, махсус лаборатория булдырыу мәсьәләләрен дә ҡараны.

Башҡортостан Хөкүмәтенә Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларын “Таҙа һауа” федераль программаһына индереү тәҡдиме менән сығыу дөрөҫ булыр тигән фекергә килде сарала ҡатнашыусылар. Был программа нигеҙендә һулар һауаның сифатын яҡшыртыу өсөн финанс ярҙам ҡаралған.

Фото: Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: