Бөтә яңылыҡтар
Экология
31 Июль 2021, 09:30

Ғәлиәхмәттә элекке ҡоҙоҡтар төҙөкләндерелә

"Хәҙер өй һайын тиерлек шәхси һыу скважиналары булыуға ҡарамаҫтан, урамдағы бындай ҡоҙоҡтар ауылдың йөҙө булып тора, тарихын һаҡлай".

Ғәлиәхмәттә элекке ҡоҙоҡтар төҙөкләндерелә
Ғәлиәхмәттә элекке ҡоҙоҡтар төҙөкләндерелә

Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылында элекке "торна"-ҡоҙоҡтар әле булһа һаҡлана. Улар бында алтау.

Ошо көндәрҙә ауылдың бер төркөм ир-егеттәре - Мәжит Вәлиев, Ғәлимйән Билалов, Юнир Игебаев, Ғаяз Юламанов, Марат Ишемғолов һәм Мораҙым Буранбаев Салауат Юлаев урамында урынлашҡан боронғо ҡоҙоҡтоң һыу күтәреү ҡоролмаһын яңыртып ҡуйған. Яҡын арала янын төҙөкләндереү, буяу эштәре ҡаралған.

"Хәҙер өй һайын тиерлек шәхси һыу скважиналары булыуға ҡарамаҫтан, урамдағы бындай ҡоҙоҡтар ауылдың йөҙө булып тора, тарихын һаҡлай. Улар шулай уҡ альтернатив һыу запастары өсөн дә кәрәк. Элекке ауыл ҡоҙоҡтарын һаҡларға кәрәк", - тигән фекерҙә ғәлиәхмәттәр.

Фото: Аҡъюл ауыл биләмәһе сайты.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: