

Башҡортостандың эре сәнәғәт предприятиеларындағы атмосфера һауаһын бысратыуҙы күҙәтеүсе автоматлаштырылған станциялар Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ҡарамағына тапшырылырға тейеш.
Шундай фекер белдерҙе республикала “Экология” милли проектын тормошҡа ашырыу буйынса эш төркөмө ултырышында уның етәксеһе – VII саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров. Төбәктә бары туғыҙ станция, уларҙың өсәүһе министрлыҡҡа ҡарай, Салауаттағы ике подстанция балансҡа ҡуйылмаған. Һауаны бысратыуҙы күҙәтеү пунктының ҡалған дүртәүһе (Сибайҙа, Учалыла һәм Өфөлә) предприятиеларҙың үҙҙәренең милке булып тора.
Депутат фекеренсә, халыҡта предприятие ҡарамағында булған лаборатория баҫҡан мәғлүмәттәрҙең ысынбарлыҡҡа тап килеүенә шикләнеү тыуыуы ихтимал. Аккредитация һорауы ла көнүҙәк булып тора. Эш төркөмө лабораторияларҙы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы балансына тапшырыу шарттарын һәм ваҡытын әҙерләйәсәк.
“Был станциялар ҡаланың төп предприятиелары сараһына алынған һәм улар Башҡортостандың милкенә тапшырылырға тейеш. Тапшырыу варианты өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ”, – тип аңлатты Зариф Байғусҡаров.
Ултырышта Башҡортостандың “Таҙа һауа” проектына инеү мәсьәләһе ентекләп ҡаралды. ПМЭФ-21 сиктәрендә Өфөнө, Стәрлетамаҡты һәм Салауатты проектҡа индереү һорауын ҡарау тураһында меморандумға ҡул ҡуйылды. Әлегә исемлек формалашмаған, сөнки республика квоталау системаһына күсеү өсөн ғәмәлдәге ҡалдыҡтарҙы сығарыуға иҫәп эшләргә тейеш.
Һыу объекттарын һаҡлау буйынса программа ваҡытында үтәлә. “Үҙенсәлекле һыу объекттары” проектына дөйөм суммаһы 210 миллион һум самаһы тәшкил иткән Благовещен районындағы Потехи йылғаһын һәм Дим йылғаһы үҙәнен таҙартыу ингән.
“Благовещен районында эштәр 2022 йылға тиклем тамамланырға тейеш. Әле әҙерлек 29 процент тәшкил итә. Үтәлмәүенә хәүеф юҡ. Димде таҙартыу буйынса тикшеренеү эштәре үтәлгән. Бөтәһе лә график буйынса килә”, – тип белдерҙе республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Илдар Ғәрифуллин.
Эш төркөмө республиканың төп һыу артерияһы таҙартыу мөмкинлеген ҡараны.
Фото: bashinform.ru