

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты ирекмәндәре Башҡортостанда сүп-сарҙы айырып йыйыу акцияһын башлап ебәргән. Был турала ойошманың сайты хәбәр итә.
2019 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында Халыҡ фронты эксперттары әҙерләгән ҡый-һайҙы айырып йыйыуға ҡағылышлы тәҡдимдәр, уларҙы иҡтисади яҡтан нигеҙләү урындағы хакимиәт һәм төбәк операторы тарафынан ҡабул ителә.
Республикала тәүге тапҡыр ошо ҡалала төрлө төҫтәге контейнерҙар урынлаштырыла, сүп-сарҙы айырып сығарыу ойошторола. Экоәүҙемселәр бер нисә йыл буйы ҡала хакимиәте, төбәк операторы һәм идарасы компания араһында һөйләшеү алып барырға тырыша. Һөҙөмтәлә машина һатып алына, уны проектты башлаусылар яғымлы итеп "Второвозик" тип атай. Машина көн һайын ҡалалағы алты майҙанға барып, ҡоро һәм таҙа сеймалды йыйып ала. Был - шаярып ҡылынған ғәмәл түгел, ә республика халҡына ярайһы ғына экономиялау форсаты бирерлек эшлекле ҡорал.
- Башҡортостанда беренсе тапҡыр халыҡты дәртләндерерлек сараларҙы күҙ уңында тотҡан проект тормошҡа ашырыла башланы, - ти Халыҡ фронтының "Экология" майҙансығы модераторы Морат Шафиҡов.
- Проектты башлап ебәреү икенсел сеймалды һатыуҙан алған килем иҫәбенә унда ҡатнашҡан граждандарға түләүҙәрҙе ҡайтанан ҡарарға мөмкинлек бирергә тейеш. Был илдең Дәүләт Думаһында ҡарала, - тип асыҡлай республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Р. Ғазина.
Яҡшы башланғыс республика йәмәғәт эшмәкәрҙәренең иғтибарын йәлеп иткән дә инде. Мәҫәлән, республиканың элекке баш автоинспекторы Д. Ғилметдинов уны "ғәләмәт шәп яңылыҡ" тип атаған һәм социаль селтәрҙә идеяны ихлас яҡлап сыҡҡан.
Был тәжрибәнең бар республикаға таралыу-таралмауы халыҡтан тора. Стәрлетамаҡ халҡының сүпте айырып йыйырға өйрәнгәне күренһә, ул башҡа ҡалаларға ла таратыла башлаясаҡ. "Иң ҙур маҡсат - бар республика халҡын сүп-сарҙы айырып йыйырға өйрәтеү", - тип аңлата экоәүҙемсе И. Едренкина. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, октябрь аҙағына кешеләрҙең был тәжрибәне үҙ итеү-итмәүе хаҡында һығымталар яһарға мөмкин булыр.
Ошо арала федераль Төҙөлөш министрлығының сүп-сар заводы төҙөүгә хаҡтарға нормативтарҙы раҫлағаны тураһында мәғлүм булды. "Рәсәй экология операторы" ойошмаһының генерель директоры Д. Буцаев әйтеүгә ҡарағанда, тармаҡҡа өҫтәмә рәүештә 300 миллиард һум аҡса талап ителә, уларҙың 210-230 миллиарды - шәхси инвесторҙарҙыҡы, ҡалғаны - бюджет финансы. Ул бының сүп-сар реформаһына түгелгән бюджет сығымдарын планлаштырырға һәм күберәк завод төҙөргә ярҙам итеренә ышана.
Фото: onf.ru