Экология
27 Август 2021, 06:31

“Башнефть” йылғаларға селбәрә ебәрә

Был эш тирә-яҡ мөхитте һаҡлау маҡсатында башҡарыла.

“Башнефть” акционерҙар нефть компанияһы (“Роснефть” нефть компанияһы структураһына инә) быйыл яҙ һәм йәй айҙарында Башҡортостан менән Ненец автономиялы округы йылғаларына уҡбалыҡ менән алабалыҡ селбәрәләре ебәрҙе. Һыуҙарҙы балыҡҡа байытыу маҡсатында төшөрөлгән селбәрәләр һаны 565 меңгә етте.

 Рәсәй йылғаларын яһалма ысул менән балыҡҡа байытыу “Роснефть” компанияһының тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендәге стратегик бурыстарын тормошҡа ашырыу программаһына ярашлы алып барыла. Уға экологик система­ларҙы һәм биологик төрлөлөктө һаҡлау, тәбиғәт ресурстарын тер­геҙеү кеүек саралар комплексы инә.

“Башнефть” хеҙмәткәрҙәре тәбиғәтте һаҡлауға ҡағылышлы бурыстарын күңел һалып һәм еренә еткереп башҡара. Майҙан авгусҡа тиклем улар Ненец автономиялы округында Печора йылғаһы бассейнындағы һыу ятҡылыҡта­рына 130 мең дана алабалыҡ селбәрәһе төшөргән. Башҡорт­останда Ағиҙел йылғаһына, шулай уҡ Павловка, Түбәнге Кама һәм Воткинск һыу һаҡлағыстарына 435 меңдән ашыу дана уҡбалыҡ селбәрәһе ебәргәндәр.

Ағиҙелгә селбәрәләр төшөр­гәндә “Башнефть-Добыча” яуаплы­лығы сикләнгән йәмғиәте генераль директорының сәнәғәт хәүефһеҙ­леге, хеҙмәтте һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса урынбаҫары Роберт Фәритов ҡатнашты, ул республика һыуҙарына Ҡыҙыл китапҡа индерелгән уҡбалыҡты ишәйтеүҙә компанияның өлөшө тураһында мәғлүмәт бирҙе. Ә Балыҡсылыҡ буйынса федераль агентлыҡтың Урта Волга территориаль идаралы­ғының Башҡортостан буйынса Һыу биологик ресурстарына дәүләт контроле, күҙәтеү һәм һаҡ бүлеге начальнигы урынбаҫары Людмила Скворцова селбәрә ебәреү өсөн һыу ятҡылығын, уның ҡулай өлөшөн нисек һайлау тураһында һөйләне.

Селбәрәләр сәнәғәт пред­приятие­ларының эшмәкәрлегенән зыян күргән һыу ятҡылыҡтарына ебәрелә икән. Ә аныҡ урыны ойошма инспекторҙарының күп йылдар буйы дауам иткән күҙәтеүе һәм өйрәнеүе һөҙөмтәһендә билдәләнә. Селбәрәләргә яҡшы аҙыҡ базаһы, шулай уҡ һыу төбөндә, уларҙы ебәргән ерҙән алыҫ түгел урында, ҡышлау соҡоро булыуы шарт. Балыҡтар ҡышҡа шундай соҡор­ҙарға төшөп ята.

Ә ни өсөн нәҡ уҡбалыҡ? Бик­реләр ғаиләһенә ингән был балыҡ биш йылда үрсем бирер йәшкә етә һәм 150 меңләп бөртөк ыуылдырыҡ сәсә. Ҡыҙыл китапҡа ингән уҡбалыҡ бик матур, ә селбәрәләрен ташыу уңайлы, уларҙы өс грамға еткәс тә икенсе һыу ятҡылығына ебәреп була.

Людмила Скворцова әйтеүенсә, фән селбәрәләр күсереү өсөн суртан балығын да ҡулай таба. Ләкин уның уңайһыҙ яғы бар: селбәрә­ләрҙе үрсеткән предприятиенан һыу ятҡылығына алып килеп еткәнсе улар бер-береһен ашай, мәҫәлән, һауытҡа 100 селбәрә һалып алып сыҡһаң, килеп еткәнсе 1-2 генә ҡалырға мөмкин.

Ике йыл тирәһе Росрыболовство  Рәсәй Балыҡ ресурстары ми­нистрлығы һәм Главрыбвод менән берлектә уҡбалыҡты Ҡыҙыл китаптан сығарыуҙы юллай. Уҡбалыҡ йылғаларҙа һәйбәт үрсей, фән Ағиҙелгә йылына 200 мең уҡбалыҡ селбәрәһе ебәреүҙе талап итә, был талап үтәлә, ти Людмила Скворцова. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, селбә­рәләрҙең нисек ерегеп үҫеп китеүе, үрсеүе тураһында бер мәғлүмәт тә юҡ, сөнки Ҡыҙыл китапҡа ингәнлектән, был балыҡты хатта тикшеренеүҙәр өсөн дә ауларға ярамай.

Нефть компанияһы селбәрә­ләрҙе балыҡсылыҡ хужалыҡта­рынан һатып ала. Башлыса Пермь крайындағы хужалыҡтар һәм Һамар епархияһының Ҡазан Изге Ана ирҙәр монастыры үрсеткән селбәрәләр ҡулланыла.

Был юлы Ағиҙелгә ирҙәр монастырының балыҡсылыҡ хужа­лығында үҫтерелгән селбәрәләрҙе иеродиакон Вассиан оҙатып кил­гәйне. Ул монастырҙа уҡбалыҡ үрсетеү менән 2014 йылдан бирле шөғөлләнеүҙәре, борон-борондан диндә балыҡтың Ғайса пәйғәмбәр символы булыуы, селбәрәләрҙең Башҡортостанда беренсе тапҡыр икәнлектәре тураһында һөйләне.

Үрсемгә ебәреләһе селбәрәләр мул аҙыҡлы тәбиғи шарттарҙа өс грамға тиклем үҫтерелә. Уларҙы һыулы контейнерҙарға тултырып, махсус йыһазландырылған йөк автомобилдәрендә тәғәйен ергә алып киләләр. Йылғаға ебәрер алдынан контейнерҙағы һыу темпера­ту­раһы йылға һыуы температураһы менән тигеҙләнгәнсе тоталар. Шулай итеп, селбәрәләрҙе яйлап ҡына яңы температураға күнектерәләр, унан һуң ғына йылғаға төшөрәләр. Температура айырмаһы ҙур булһа (4 градустан артһа), селбәрәләр һәләк була. Улар яңы урынға ерегеп китһә, бер нисә йылдан үҙҙәре ыуылдырыҡ сәсеп, ишәйә башлай.

Эш барышын Балыҡсылыҡ буйынса федераль агентлыҡ вәкил­дәре контролдә тота, әйткәндәй, ҡайһы һыу ятҡылығына, уның ниндәй урынына селбәрә ебәрергә кәрәклеген дә ошо белгестәр хәл итә. Һыу объекттары балыҡтарҙың артабан үрсеүе һәм популяция һанын тергеҙеү өсөн ҡулай шарт­тарҙы иҫәпкә алып һайлана. Агентлыҡ шулай уҡ селбәрәләрҙең ерегеп китеүен дә күҙәтә. Белгестәр фекеренсә, яһалма балыҡлан­дырыу һыу ятҡылыҡтарының экологик тигеҙлеген һаҡларға ярҙам итә.

 

Белешмә:

“Башнефть” үҙе эшмәкәрлек алып барған төбәктәрҙә ихтиофаунаны һәм урман ресурстарын һаҡлау саралары үткәреүҙе тәбиғәтте һаҡлау программа­һының мөһим өлөшө тип һанай. 2020 йылда компания Башҡорт­остан Республикаһы, Ханты-Манси һәм Ненец автономиялы округтары территорияларындағы һыу ятҡылыҡтарына 1,2 миллион дана ҡиммәтле тоҡомло балыҡ селбә­рәһе ебәргән. “Башнефть”тең төп эшмәкәрлек итеү төбәге булып торған Башҡортостанда 2020 йылда 60,7 гектарҙа 240 мең төп ағас ултыртылған.

- Гөлсирә СӘХИЕВА.

Читайте нас