Экология
27 Август 2021, 17:15

"Бергә еңел хәл итербеҙ"

Радий Хәбиров Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең ("Росприроднадзор") Көньяҡ Урал төбәк-ара идаралығындағы яңы етәксе Роман Болотов менән осрашты.

"Бергә еңел хәл итербеҙ""Бергә еңел хәл итербеҙ"
"Бергә еңел хәл итербеҙ"

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең ("Росприроднадзор") Көньяҡ Урал төбәк-ара идаралығындағы яңы етәксе Роман Болотов менән осрашты. Улар төбәктең сәнәғәт предприятиелары эшмәкәрлеген контролдә тотоу механизмдарын камиллаштырыу һәм ведомство-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе.

Республика етәксеһе белдереүенсә, 2021 йылда Башҡортостанда ер аҫтын файҙаланыусылар һәм был өлкәләге хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссия булдырылды. Төбәктең көньяғында был эште системалаштырыу өсөн Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының вәкиллеге асыласаҡ.

Экологик хәлде яҡшыртыу мәсьәләһен Радий Хәбиров ил Президенты Владимир Путин менән осрашҡан саҡта ла күтәргәйне. Президент республиканың экологик баланс булдырыу йәһәтенән идеяларын хупланы һәм сәнәғәт предприятиелары ташландыҡтарын ҡаты контролдә тоторға кәрәклеге менән ризалашты.

– “Росприроднадзор” менән берлектә беҙ бик күп бурыстарҙы хәл итәбеҙ. Көньяҡ Урал төбәк-ара идаралығын компетентлы кеше етәкләүенә бик шатмын, – тине Радий Хәбиров. – Башҡортостан – сәнәғәт йәһәтенән үҫешкән төбәк. Һәм беҙҙә яғыулыҡ-энергетика комплексы компаниялары, файҙалы ҡаҙылмалар сығарған ойошмалар, урман тармағы предприятиелары эшмәкәрлеген контролдә тотоу өсөн эштәр күп. Бергә беҙ был проблемаларҙы уңышлы хәл итербеҙ, тип ышанам.

 

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас