Экология
27 Август 2021, 09:30

“Әсәйҙәр шишмәһе”нә килегеҙ!

Атайҙарының шишмәне төҙөкләндереү уйын хуплап, дүрт улы ла ярҙамға ашыға.

“Әсәйҙәр шишмәһе”нә килегеҙ!“Әсәйҙәр шишмәһе”нә килегеҙ!
“Әсәйҙәр шишмәһе”нә килегеҙ!

Дүртөйлө районының Урманаҫты ауылында “Әсәйҙәр шишмәһе” төҙөкләндерелде. Ауыл кешеләренең көсө менән тергеҙелгән икенсе шишмә был.  Һәр яҡшы эштең башлап йөрөүсеһе була, был осраҡта берҙәм һәм хеҙмәт һөйөүсән Нәзирә һәм Зөлфәт Ғиләжевтарҙың ҙур ғаиләһенә “афарин!” тиергә ҡала.

Зөфәр, Вадим, Артур, Динар исемле дүрт ул үҫтергән ғаилә һәр яҡтан да күптәр өсөн өлгө булырлыҡ. Атайҙарының шишмәне төҙөкләндереү уйын хуплап,  улар ҙа ярҙамға ашыға. Аҙаҡ башланғысты күршеләр, ауылдаштар, хатта тыуған төйәген ҡасандыр ҡалдырып киткән яҡташтары күтәреп ала, күптәр бағымсылыҡ ярҙамы күрһәтә.

Шишмәне төҙөкләндереүҙә әүҙемлек күрһәткән ауылдаштарға  Рәхмәт хаттары, бүләктәр тапшырылды. Яҡташтар уларҙың араһында Хәниф Әүхәҙиев, Сабит Ғилмуллин, Булат Вахитов, Рафаэль Хәйруллин һәм Динар Ғиләжевты  күреп һөйөндө. Күкҡуян ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Хәлил Хажиев, эштәр башҡарыусыһы Гөлфирә Ғиләжева, депутаттарҙың район Советы секретары Венера Фәйзиева, ауыл старостаһы Ғәзинур Фазылов  тыуған яҡ тәбиғәтен һаҡлауға индергән өлөштәре өсөн яҡташтарына рәхмәт белдерҙе.

Бағымсыларҙың береһе, “Энергетика, нефть һәм газ технологиялары” ғилми-тикшеренеү проект институтының генераль директоры Марсель Авзалов  ауылды төҙөкләндереү буйынса ярҙам кәрәккәндә һәр саҡ әҙер буласағын белдерҙе.  “Әсәйҙәр шишмәһе” һыуынан боронғо самауырҙа  ҡайнатылған сәй ҙә бик тәмле булды, тип хәбәр итә район хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

Фото: Дүртөйлө районы хакимиәте.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас