Экология
30 Август 2021, 14:30

Нефтекамалағы ниндәй тәжрибәне өйрәнергә кәрәк?

Радий Хәбиров Башҡортостанда ҙур ағастар ултыртырға тәҡдим итә.

Нефтекамалағы ниндәй тәжрибәне өйрәнергә кәрәк?Нефтекамалағы ниндәй тәжрибәне өйрәнергә кәрәк?
Нефтекамалағы ниндәй тәжрибәне өйрәнергә кәрәк?

Сентябрҙә “Йәшел Башҡортостан” акцияһының көҙгө этаптары үтәсәк. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә һөйләшеү булды. Докладтар менән Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев менән урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов сығыш яһаны.

Быйыл 155 мең төп ағас һәм 1610 мең ҡыуаҡлыҡ ултыртырға йыйыналар. Был - үткән йылғы күләм.

Рәсәй буйынса акциялар 11 сентябрҙә башлана. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы республикала быйыл булған ҡоролоҡ сәбәпле сара ваҡытын һуңғараҡҡа - 25 сентябрҙән 5 октябргә тиклем күсерергә тәҡдим итә. Ә 11 сентябрҙә беҙҙә таҙалыҡ өмәләре үтәсәк.

Радий Хәбиров министрлыҡҡа Нефтекама ҡалаһы тәжрибәһен өйрәнергә тәҡдим итте. “Улар тематик аллеялар булдырыуға өҫтөнлөк бирә. Махсус рәүештә муйыл, йүкә, балан һ.б. ултырталар. Ағастар һатып алына – төрлө урындар өсөн 500 төп түгел, ә 30-ҙы һәм бер урынға. Ҡала халҡы был эште күрә. Тематик аллея эшләнһен, уны даими тәрбиәләү ойошторолһон, унда төрлө саралар үткәрелһен. Ә әле йүгереп килеп ултырталар ҙа оноталар - былай булмаһын”, – тине төбәк етәксеһе һәм аҙна аҙағына тиклем ниндәй ҡалала ниндәй аллея булдырылыуы тураһында мәғлүмәт әҙерләргә ҡушты.

Радий Фәрит улы ҙур ағастар ултыртыу яҡлы. “Уларҙы һатып алығыҙ. Ваҡтары кәрәкмәй. Был мәғәнәһеҙ шөғөл, сөнки ҡалаларҙа экология йүнле түгел, ҡыш ҡар күп яуа һәм бәләкәй ағастарҙы һындыра”, – тигән фекерҙә ул.

Алан Марзаев белдереүенсә, әлеге ваҡытта муниципалитеттар түбәндәге пландары менән уртаҡлашҡан. Нефтекамала 50 ағастан торған “Каштан аллеяһы” ултыртыласаҡ. Октябрьскийҙа 1300 үҫенте, шуларҙың 180-е ҙур ағас буласаҡ. Стәрлетамаҡтың “Сода” паркында 50 күк шыршы һәм 20 декоратив алмағас, 190 пирамидалы тирәк, 69 балан һәм 43 шыршы ултыртасаҡтар. Уларҙың бөтәһе лә 2,5 метрҙан бейегерәк буласаҡ.

Дүртөйлөлә 25 ҙур йүкә һәм 100 үҫенте, Дәүләкәндә 20 йүкә, 50 балан һәм 50 шыршы, ихаталарҙа – 30 балан, Учалыла 30 ҙур ҡарағай, 30 балан, Благовещенда урамдарҙа 300 ағас, ихаталарҙа 100 ағас һәм афған хәрбиҙәре өсөн 25 шыршынан торған аллея, Туймазыла 120 ҙур йүкә, балан, шыршы һәм ҡарағай, Күмертауҙа 90 ҡайын һәм 70 балан, Бөрөлә 30 шыршы, Мәләүездә 200 шыршы, йүкә, балан ултыртыласаҡ. Өфөлә иһә - 2,5 мең ағас, 250 ҡыуаҡлыҡ. Быға тиклем үҫеп китмәгәндәре алмаштырыласаҡ.

Фото: smartik.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас