Экология
11 Сентябрь 2021, 16:30

Баймаҡтар "Йәшел Рәсәй" акцияһына ҡушылды

Экологик өмәләрҙә 100-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан.

Баймаҡтар "Йәшел Рәсәй" акцияһына ҡушылдыБаймаҡтар "Йәшел Рәсәй" акцияһына ҡушылды
Баймаҡтар "Йәшел Рәсәй" акцияһына ҡушылды

Баймаҡ район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев үҙенең "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге сәхифәһендә түбәндәгеләрҙе яҙып ҡалдырған:

"Баймаҡтар "Йәшел Рәсәй" экологик акцияһынан ситтә ҡалманы. Бөгөн төрлө биләмәләрҙә өмәләр ойошторолдо. Унда 100-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. 25 сентябрҙә республикала "Йәшел Башҡортостан" акцияһы башлана һәм 5 октябргәсә дауам итә. Уның барышында ихаталарҙа ағастар һәм ҡыуаҡтар ултыртыла. Экологик акциялар тирә-яҡҡа һәм тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш һәм яуаплылыҡ тәрбиәләү маҡсатында ойошторола".

Фото: Фәнис Әминевтең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас