Бөтә яңылыҡтар
Экология
11 Сентябрь 2021, 19:30

Экология мәсьәләләре лә ситтә ҡалманы

"Йәшел үҫеш. GreenBook. Һаҡсыл етештереү технологияһы" сессияһында тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу мәсьәләләре тикшерелде. 

Экология мәсьәләләре лә ситтә ҡалманы
Экология мәсьәләләре лә ситтә ҡалманы

Сибай ҡалаһында үткән III Бөтә Рәсәй "Урал аръяғы-2021" инвестиция һабантуйында бөгөнгө көндә иң көнүҙәк темаларҙың береһенә әйләнгән экология проблемалары ла ситтә ҡалманы. "Йәшел үҫеш. GreenBook. Һаҡсыл етештереү технологияһы" майҙансығында Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Рәсәй экологик йәмғиәте тәбиғи байлыҡтарҙы һаҡлау һәм яҡлау буйынса дискуссия ойошторҙо. 

Кәңәшмәлә йәмәғәт ойошмаларының экология өлкәһендәге уңышлы тәжрибәһен яҡлау һәм уны таратыу, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендәге иң көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшереү, экологик проблемаларҙы хәл итеүҙә һаҡсыл етештереү технологияһын ҡулланыу кеүек мәсьәләләр ҡаралды.

Сессияла ҡатнашыусылар бөгөн экологияға ҙур иғтибар биреү кәрәклеген билдәләне, тирә-яҡ мөхиткә ҡарата һәр кемдә һаҡсыл ҡараш булғанда ғына, шул иҫәптән ҙур ойошма-предприятие етәкселәрендә, тәбиғәтебеҙ ҙә киләсәк быуынға ҡалыр, экология мәсьәләһе лә өырҡыу төҫ алмаҫ ине тигән фекергә килде һәр кем.

Фото: glavarb.ru

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: