Бөтә яңылыҡтар
Экология
13 Сентябрь 2021, 11:00

Көҙ сыуаҡ көндәр менән ҡыуандырырмы?

Синоптиктар сентябрҙең икенсе яртыһына ниндәй һауа торошо вәғәҙәләй? 

Көҙ сыуаҡ көндәр менән ҡыуандырырмы?
Көҙ сыуаҡ көндәр менән ҡыуандырырмы?

Күптәр әбейҙәр сыуағын көтөп алып, миҙгел эштәрен башҡарып ҡалырға тырыша. Быйылғы көҙ беҙҙе сыуаҡ, йылы көндәре менән ҡыуандырырға ашыҡмай әле.

Бөгөн республика биләмәһендә башлыса ямғыр яуасаҡ, һауа температураһы сағыштырмаса йылы: +16...+18 градус. Иртәгә тағы ла нығыраҡ йылытып, көндөҙ +20...+22 градус тәшкил итәсәк, яуым-төшөм ихтималлығы аҙ. Әммә йылы көндәр оҙаҡ тормай, кесаҙнанан һауа температураһы +9...+11, төндәрен 0...+2 градусҡаса төшә.

Артабан сентябрь аҙағынаса ошондай һалҡынса, яуым төшөмлө һауа торошо һаҡланасаҡ. тип күҙаллай синоптиктар. Шулай ҙа көҙ беҙҙе сыуағы менән ҡыуандырыр әле, тип өмөт итәйек. Сентябрҙән һуң октябрь бар бит әле.

Фото: yandex.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: