Бөтә яңылыҡтар
Экология
19 Сентябрь 2021, 20:00

Өфө районы халҡы газ еҫе сығыуға зарлана

Авдон менән Жуков ауылдары араһындағы авария эҙемтәләрен 26 сентябргә тиклем бөтөрөргә вәғәҙә итәләр.

Өфө районы халҡы газ еҫе сығыуға зарлана
Өфө районы халҡы газ еҫе сығыуға зарлана

Өфө районының Авдон менән Жуков ауылдары араһындағы М5 трассаһы буйында “Газпром сығарыу Ырымбур” торбалар үткәргесендә 17 сентябрҙә авария теркәлде. Әле ергә ағып сыҡҡан 671,5 литр шыйыҡсаны һурҙыралар.

Ике ауыл халҡы ла газ еҫенә зарланып шылтырата башлаған. Белгестәр конденсат аҡҡан торбаларҙа төҙөкһөҙлөк тапҡан. Авдонға яҡынлашҡан ерҙә соҡорға һыу йыйылған, шунда конденсат та ағып сыҡҡан.

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, "Роспотребнадзор", "Росприроднадзор", Башҡортостандың төбәк-ара тәбиғәттән файҙаланыу прокуратураһы, Өфө районы хакимиәте белгестәре – барыһы ла мәсьәләне контролдә тота.

"Газпром сығарыу Ырымбур" ойошмаһы соҡорҙан һыуҙы һәм май табын һурҙырып алған, торбаларҙы япҡан.

17 сентябрҙән 20-һенә тиклем авария урынындағы ер ҡатламын таҙартыу саралары башҡарыласаҡ, ике күсмә лаборатория һауа сафлығын тикшерә, әммә органик матдәләр ҡулланыу сәбәпле газ еҫе әле тиҙ генә таралмаясаҡ, ти белгестәр.

Ваҡиға урынында 24 кеше эшләй. Самосвалдар, һурҙырыу аппараттары, бульдозер һ.б. бар. 21 сентябргә торбаны ремонтлау һәм бысранған ерҙе таҙартыу планлаштырылған.

Авария эҙемтәләрен 26 сентябргә тиклем бөтөрөргә ниәтләйҙәр.

Республикаға идара итеү үҙәге эш һөҙөмтәләре тураһында йәнә хәбәр итәсәк.

Фото: Республикаға идара итеү үҙәге (скриншот).

#ЦУРБашкортостан

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: