Бөтә яңылыҡтар
Экология
23 Сентябрь 2021, 22:00

“Урманды һаҡлайыҡ” акцияһына старт бирелде

Сараны үткәреү өсөн республикала 73 гектарлыҡ 55 участка әҙерләнгән, ике миллиондан ашыу ағас ултыртыу планлаштырыла.  

“Урманды һаҡлайыҡ” акцияһына старт бирелде
“Урманды һаҡлайыҡ” акцияһына старт бирелде

Бөгөн баш ҡаланың “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһында “Урманды һаҡлайыҡ” Бөтә Рәсәй акцияһына старт бирелде.

Бер нисә көн дауамында республикала Рәсәйҙең “Рослесзащита” федераль бюджет учреждениеһы филиалдары директорҙары, федераль һәм республика башҡарма власть органдары етәкселәре ҡатнашлығында семинар-кәңәшмә үтте. Ошо сараның йомғаҡлау өлөшө булараҡ, “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһы биләмәһендә ҡунаҡтар һәм Өфө урман хужалығы колледжы студенттары йөҙҙән ашыу йүкә ағасы ултыртты. Шуның менән республикала ағас ултыртыу буйынса акцияға старт бирелде.

Рәсәйҙең тәбиғәт ресурстары һәм экология, Урман хужалығы федераль агентлығы менән берлектә “Урманды һаҡлайыҡ” тип аталған акция оҙаҡ йылдар дауамында ойошторола.

"Уның төп маҡсаты – мөмкин тиклем күберәк ағас ултыртыу. Ошо сара менән йәмәғәтселектең иғтибарын ағастарҙы, урманды һаҡлауға йүнәлтеү. Акция яҙ һәм көҙ үтә, уға Рәсәйҙең бөтөн төбәктәре лә әүҙем ҡушыла. Яҙ 24 миллион самаһы төп ағас ултыртһаҡ, көҙ 70 миллионға етәсәк. Сарала бер миллиондан ашыу кеше ҡатнашыуы көтөлә: мәктәп уҡыусылары, ирекмәндәр, студенттар, урмансылар", - тине Урман хужалығы федераль агентлығы етәксеһе Иван Советников.

- “Урманды һаҡлау” федераль проекты нигеҙендә республикала эшләгән урмансылар алдында урмандарҙы тергеҙеү буйынса етди эш атҡараласаҡ. Көҙ 14,3 мең гектар майҙанда ағас ултыртыу планлаштырыла, был яҡынса 27 миллион үҫенте тигән һүҙ, - тип өҫтәне Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.

Сарала билдәләүҙәренсә, Рәсәй төбәктәре араһында Башҡортостан урмандарҙы тергеҙеү буйынса етенсе, ә Волга буйы федераль округында беренсе урында килә. Республика Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, “Урманды һаҡлайыҡ” акцияһын үткәреү өсөн төбәк буйынса 73 гектарлыҡ 55 участка әҙерләнгән, ике миллиондан ашыу ағас ултыртыу планлаштырыла.

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: