Бөтә яңылыҡтар
Экология
25 Сентябрь 2021, 19:15

"Йәшел Башҡортостан" әүҙем башланды

Республика буйынса акцияға яҡынса 93 мең кеше, 870 берәмек махсус техника йәлеп ителер, 4 меңдән ашыу төп ағас һәм 70 мең самаһы үҫенте ултыртылыр, тип көтөлә.

"Йәшел Башҡортостан" әүҙем башланды
"Йәшел Башҡортостан" әүҙем башланды

Бөгөн, 25 сентябрҙә, республикала һуңғы йылдарҙа йолаға әйләнгән "Йәшел Башҡортостан" акцияһы башланды. Ул йәмәғәт урындарында һәм ҡала ихаталарында эре ағастар, үҫентеләр, ҡыуаҡтар ултыртыуҙан ғибәрәт. Быйыл төп иғтибар тематик аллеялар яһауға йүнәлтеләсәк, шулай уҡ өҫтөнлөклөләр исемлегенә "Уңайлы ҡала мөхите булдырыу" федераль проектына ярашлы төҙөкләндерелгән йәмәғәт киңлектәре индерелгән.

Хакимиәттәр биргән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 20 районда 1470 төп эре ағастан 23 тематик аллея ("Еңеү", "Бала саҡ", "Дан", "Хәтер", "Космонавтар", "Спорт" һ.б.) барлыҡҡа киләсәк. Дөйөм алғанда, республика буйынса акцияға яҡынса 93 мең кеше, 870 берәмек махсус техника йәлеп ителер, 4 меңдән ашыу төп ағас һәм 70 мең самаһы үҫенте ултыртылыр, тип көтөлә.

Акцияның тәүге көнөндә үк тиҫтәләрсә мең кеше – мәктәп уҡыусылары, студенттар, ирекмәндәр, хеҙмәт коллективтары, республиканың власть органдары етәкселәре, муниципаль хакимиәт башлыҡтары һ.б. – изге эшкә ҡушылды. Өфө һәм Благовещен райондарындағы сараларҙа Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫарҙары Илдар Хәмзин һәм Николай Ельников ҡатнашты.

– "Йәшел Башҡортостан" акцияһы йылдан-йыл киң ҡоласлыраҡ һәм ҡыҙыуыраҡ була бара. Был көндәрҙә бөтә район һәм ҡалалар халҡы ағастар, ҡыуаҡтар ултырта, йәшәгән төбәктәре күркәмерәк һәм таҙараҡ булһын өсөн тырыша. Ҡайһы бер ҡала биләмәләрендә, ғәҙәттәге ҡарағай һәм шыршыларҙан тыш, һирәк осрай торған бик матур сағандар, талдар ҙа күренә башланы, – тип фекерен уртаҡлашты Николай Ельников.

Республикала "Йәшел Башҡортостан" акцияһы 5 октябргә хәтлем барасаҡ.

 

Фото: pravitelstvorb.ru

 

#командаХабирова #правительстворазвития #комфортныйрегион #ЗелёнаяБашкирия

Автор:Даян Мазитов
Читайте нас: