Бөтә яңылыҡтар
Экология
27 Сентябрь 2021, 23:30

“Таҙа ил 2.0” автоуҙышы Өфө буйлап үтте

Республикаға идара итеү үҙәгенә сентябрҙә генә сүп-сар мәсьәләһенә ҡағылышлы 550 хәбәр килгән.

“Таҙа ил 2.0” автоуҙышы Өфө буйлап үтте
“Таҙа ил 2.0” автоуҙышы Өфө буйлап үтте

“Луначарский, 30 адресы буйынса сүп-сар өйөмөн бер айҙан ашыу алып китмәйҙәр”; “Некрасов һәм Титов урамдарында ҙур сүп өйөмө барлыҡҡа килде. Ҡала халҡы бында төҙөлөш ҡалдыҡтарын алып килеп ауҙара”; “Ҡасан беҙҙең йорт эргәһендә сүп-сарҙы айырып йыйыу өсөн махсус бактар ҡуйылыр икән? Күптән инде йортомда сүпте айырым йыям”…

Сүп-сар мәсьәләһе республикала йәшәгән күп кешене борсой. Сентябрҙә генә Республикаға идара итеү үҙәгенә был проблемаға ҡағылышлы 550 хәбәр килгән. Тәү сиратта һулар һауа сафлығын тикшереү, сүпте алып китеү, полигондар мәсьәләләрен күтәрә халыҡ.

Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары темаһы гел көн үҙәгендә ҡала. Шуға ла Өфө, илдең тағы 11 ҡалаһы менән бер рәттән, “Таҙа ил 2.0” автоуҙышын ҡабул итте. Ҡала буйлап сүп-сар йыйыусы машиналар үтте. Автоуҙышта ҡатнашыусылар сүпте айырым йыйыу мәсьәләһен күтәрҙе, ҡала мәктәптәрендә был темаға арналған эко-дәрестәр үтте, балаларға совет заманынан ҡалған сүп ташыу машиналары күрһәтелде.

“Түңәрәк өҫтәл” артында иһә “Экология” милли проектының тормошҡа ашырылыуы тураһында һүҙ барҙы.

- 2023 йылдың аҙағына тиклем республикала биш тиреҫ эшләү участкаһы төҙөләсәк, бер сүп-сар эшкәртеү заводы эш башлаясаҡ, пластик шешәләрҙе эшкәртеү комплексы һалынасаҡ.

- “ЭКО-Сити” төбәк операторы сүп-сар эшкәртеү ҡеүәте йылына 100 мең тоннаға еткән полигон төҙөргә планлаштыра.

- Ҡала биләмәләрендә урынлашҡан алты сүп-сар полигонын бөтөрөү планлаштырыла.

Фото: Республикаға идара итеү үҙәге.

#ЦУРБашкортостан

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: