Бөтә яңылыҡтар
Экология
28 Сентябрь 2021, 08:54

Ағастар шаулап үҫһен

Башҡортостанда “Урманды һаҡлайыҡ” акцияһы башланды.

Айрат Нурмөхәмәтов.
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

“Урманды һаҡлайыҡ” акцияһын үткәреү өсөн республика буйынса 73 гектарлыҡ 55 участка әҙерләнгән, 2 миллиондан ашыу ағас ултыртыу планлаштырыла.

 Ял көндәрендә баш ҡала­ның “Йәшел сауҡалыҡ” шифа­ханаһында “Урманды һаҡла­йыҡ” Бөтә Рәсәй акцияһына старт бирелде. Бер нисә көн дауамында республикала Рәсәй­ҙең “Рослесзащита” ФБУ-һы филиалдары директорҙары, федераль һәм республиканың башҡарма власть органдары етәкселәре ҡатнашлығында семинар-кәңәшмә үтте. Ошо са­раның матур йомғаҡлау өлөшө булараҡ “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһы биләмәһендә ҡунаҡтар һәм Өфө урман хужалығы колледжы студенттары йөҙҙән ашыу йүкә ағасы ултыртты. Шуның менән республикала ағас ултыртыу буйынса акцияға старт бирелде.

Рәсәйҙең тәбиғәт ресурстары һәм экология, Урман хужа­лығы федераль агентлығы ме­нән берлектә “Урманды һаҡла­йыҡ” тип аталған акция оҙаҡ йылдар дауамында ойошторола.

– Акцияның төп маҡсаты – мөм­кин тиклем күберәк ағас ултыртыу. Ошо сара менән йә­мә­ғәтселектең иғтиба­рын ағас­тарҙы, урманды һаҡлауға йү­нәл­теү. Акция яҙ һәм көҙ үтә, уға Рәсәйҙең бөтөн төбәктәре лә әүҙем ҡушыла. Яҙын 24 миллион самаһы үҫенте ултырт­һаҡ, көҙөн 70 миллионлап ағас ултыртасаҡбыҙ. Сарала бер миллиондан ашыу кеше ҡатна­шыуы көтөлә: мәктәп уҡыусы­лары, ирекмәндәр, студенттар, урмансылар, – тине Урман хужалығы федераль агентлығы етәксеһе Иван Советников.

– “Урманды һаҡлау” федераль проекты сиктәрендә республикала эшлә­гән урмансылар алдында урмандарҙы тергеҙеү буйынса етди эш атҡары­ласаҡ. Көҙөн 14,3 мең гектар май­ҙанда ағас ултыртыу планлаштырыла, был яҡынса 27 миллион үҫенте тигән һүҙ, – тип өҫтәне Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.

Сарала билдәләүҙәренсә, Рәсәй төбәктәре араһында Башҡортостан урмандарҙы тергеҙеү буйынса – етенсе, ә Волга буйы федераль округында беренсе урында килә.

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, “Урманды һаҡлайыҡ” акция­һын үткәреү өсөн республика буйынса 73 гектарлыҡ 55 участка әҙер­лән­гән, 2 миллиондан ашыу ағас ултыртыу планлаштырыла.

Лилиә НУРЕТДИНОВА.

Читайте нас: