Бөтә яңылыҡтар
Экология
28 Сентябрь 2021, 15:15

Стәрлетамаҡта ла, Стәрлебашта ла ағас ултырттылар

Акция экологик ҡарашты булдырыу, тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашты тәрбиәләү кеүек маҡсаттар менән  атҡарыла.

Стәрлетамаҡта ла, Стәрлебашта ла ағас ултырттылар
Стәрлетамаҡта ла, Стәрлебашта ла ағас ултырттылар

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Стәрлетамаҡ төбәк идаралығы хеҙмәткәрҙәре Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте хеҙмәткәрҙәре менән берлектә “Йәшел Башҡортостан” акцияһы сиктәрендә ағас ултыртыуҙа ҡатнашты.

Акция экологик ҡарашты булдырыу, тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашты тәрбиәләү кеүек маҡсаттар менән  атҡарыла. Ә был иһә “Экология” милли проекты маҡсаттарының береһе. Әйткәндәй, ошондай уҡ акция Стәрлебаш ауылында ла ойошторолдо.

 – Барыһы ла экологик шәмбегә ошо сарала әүҙем ҡатнашыр өсөн килде. Тап бына ошондай практик эштәр менән беҙ тәбиғәтте һаҡларға тейешбеҙ, - тип белдергән Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Стәрлетамаҡ төбәк идаралығы етәксеһе Азат Хәйбуллин.

Фото: БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: