Бөтә яңылыҡтар
Экология
28 Сентябрь 2021, 18:00

Төн эсендә күлдең һыуы юҡҡа сыҡҡан

Республиканың күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-производство үҙәк директоры Данир Ғәйнуллин был күренешкә ниндәй аңлатма бирҙе? 

Төн эсендә күлдең һыуы юҡҡа сыҡҡан
Төн эсендә күлдең һыуы юҡҡа сыҡҡан

Бөрйән районында урынлашҡан Ығышма күленең һыуы бер төн эсендә юҡҡа сыҡҡан. Был хаҡта Республиканың күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-производство үҙәк директоры Данир Ғәйнуллин хәбәр итте.

Ығышма күле Шүлгәнташтан өҫтәрәк, Йылҡысыҡҡан күленән бер саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Ул эргәһендәге Йылҡысыҡҡан, Олокүл кеүек карст күле һанала, йәғни карст ишелеүҙән барлыҡҡа килгән соҡорҙа барлыҡҡа килгән.

– Мәмерйәнең эргә-тирәһен өйрәнгән һәм мәғлүмәт туплау менән шөғөлләнгән ғалимдарыбыҙ Шүлгән йылғаһы бассейнында карст рельефы бик асыҡ сағылыш табыуын, йәғни ҡоро үҙәндәрҙең, соҡорҙарҙың, мәмерйәләрҙең булыуын билдәләй. Быға тиклем улар күл һыуҙарының торошона тәьҫир итмәне. Оҙайлы ҡоролоҡ, өс айҙан ашыу ямғырҙарҙың яумауы ер аҫты һыуҙары кимәленең түбән төшөүенә килтерҙе һәм һөҙөмтәлә Ығышманың һыуы китеүгә лә сәбәп булды, – тип билдәләне үҙәк директоры.

Әйткәндәй, төбәктең оло йәштәге кешеләре иҫләүенсә, Ығышманың һыуы 1921 һәм 1975 йылғы ҡоролоҡта ла юҡҡа сыҡҡан.

Сығанаҡ, фото һәм видео: vk.com/npc_culture 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: