Бөтә яңылыҡтар
Экология
4 Октябрь 2021, 16:30

Алдынғы төбәк булыр өсөн

"Сүп-сар реформаһы" һөҙөмтәлелегенең төп үлсәмдәре элеккесә ҡала: сүп-сарҙы йыйыу һәм эшкәртеүҙе ябайлаштырыу, тейешле инфраструктура булдырыу һәм халыҡтың күрһәтелгән хеҙмәттәрҙән ҡәнәғәт ҡалыуы.

Алдынғы төбәк булыр өсөн
Алдынғы төбәк булыр өсөн

Бөгөн Хөкүмәттә видеобәйләнеш тәртибендә эш кәңәшмәһе булды. Премьер-министр Андрей Назаров үткәргән сарала хакимиәт башлыҡтары ҡатнашты. Тикшереүгә ике тема сығарылды: ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү системаһы һәм Башҡортостанда юл буйы сервисын үҫтереү.

Андрей Назаров кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙың иғтибарын ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар реформаһын тормошҡа ашырыу сифаты буйынса милли экологик рейтинг йомғаҡтарына йүнәлтте. Уны “Йәшел патруль” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы әҙерләгән. Был ойошма Рәсәй төбәктәре буйлап экологик хәүефһеҙлек һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә йәмәғәт мониторингы үткәрә һәм сағыштырмаса баһа бирә. Баһа тәбиғәтте һаҡлау, сәнәғәт-иҡтисади, социаль-экологик индекстар буйынса бирелә.

– Башҡортостан илдең 85 төбәге араһында 46 урында. Әлбиттә, был беҙ көткән һөҙөмтә түгел. Сүп-сар реформаһы һөҙөмтәлелегенең төп үлсәмдәре беҙҙең өсөн элеккесә ҡала: сүп-сарҙы йыйыу һәм эшкәртеүҙе ябайлаштырыу, тейешле инфраструктура булдырыу һәм халыҡтың күрһәтелгән хеҙмәттәрҙән ҡәнәғәт ҡалыуы, – тине Андрей Назаров.

Төбәк операторҙары һәм муниципаль берекмәләрҙең эш сифаты мәсьәләһе буйынса республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров һөйләне.

– 1 сентябрҙән 30-ына тиклем төбәк операторҙары тарафынан республика буйлап сүп-сар сығарыуҙы фототеркәү күләме 99 процент тәшкил иткән. Министрлыҡҡа хакимиәттәр мөрәжәғәт итеп, төбәк операторҙарының сүп-сар сығарыу графигын боҙоуы тураһында әйтә. Көн һайын беҙҙең белгестәр “ТКО-Башҡортостан” автоматлаштырылған системаһында контейнер майҙансыҡтарын фототеркәүҙе анализлай, ҡайһы бер осраҡтар буйынса фотоның ысынбарлыҡҡа тура килмәүе асыҡлана. Хакимиәттәрҙән был системала эште көсәйтеүҙе һәм табылған етешһеҙлекте министрлыҡ һәм төбәк операторҙарына ебәреүҙе һорайбыҙ, – тине министр.

Шулай уҡ кәңәшмәлә төбәк операторҙарына ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар йыйылған майҙансыҡтарҙы тәртиптә тотоу, хеҙмәтләндереү һәм санитар таҙартыу буйынса бурыс тапшырылыу тәртибе ҡаралды.

Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар буйынса идаралығында социаль селтәрҙәрҙәге мөрәжәғәттәр менән эшләү бүлеге мөдире урынбаҫары Ләйсән Хәйретдинова халыҡтың был мәсьәлә буйынса социаль селтәрҙәргә мөрәжәғәте тураһында һөйләне. Сентябрҙә “Инцидент” системаһына 185 мөрәжәғәт килгән. Халыҡты элекке кеүек үк ҡалаларҙа, парктарҙа барлыҡҡа килгән сүплектәр, контейнерҙар менән проблема, сүпте йыйыу һәм сығарыу мәсьәләләре, шулай уҡ ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыу өсөн түләү проблемаһы борсой.

– Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендәге эште тейешле кимәлдә ойоштороу һәм реформаны тормошҡа ашырыу буйынса алдынғы төбәктәр араһында булыу өсөн бар тейешле сараларҙы күрергә кәрәк, – тип кәңәшмәгә йомғаҡ яһаны Андрей Назаров.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=52899

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: