Экология
9 Октябрь 2021, 12:00

"Минең Республикам" әүҙемлек күрһәтә

Икенсе йыл рәттән “Минең Республикам” акцияһы саралары сиктәрендә студент отрядтары Өфө, Бөрө, Туймазы ҡалалары һәм Мәсәғүт ауылында өмәләр үткәрә.

"Минең Республикам" әүҙемлек күрһәтә"Минең Республикам" әүҙемлек күрһәтә
"Минең Республикам" әүҙемлек күрһәтә

Бөгөн Башҡортостанда “Минең Республикам” республика экологик акцияһының көҙгө этабы үтте. Уны Башҡортостандың студент отрядтары Тәбиғәттән файҙалану һәм экология министрлығы менән берлектә ойоштора.

– Икенсе йыл рәттән “Минең Республикам” акцияһы саралары сиктәрендә студент отрядтары Өфө, Бөрө, Туймазы ҡалалары һәм Мәсәғүт ауылында өмәләр үткәрә. Бының матур йолаға әйләнә барыуы ҡыуандыра. Беҙҙе хәрәкәт иттергән көстөң нигеҙе булып республиканы таҙараҡ итеү теләге тора, шулай уҡ йәштәрҙең тирә-яҡ мөхиткә ҡарата яуаплылығын арттырырға теләйбеҙ, – тине республиканың Студенттар отряды командиры Юлиә Назарова.

Быйыл көҙ был акция 18 сентябрҙә Бөтә донъя таҙалыҡ көнөндә үткәрелгәйне, уның сиктәрендә Өфөнөң студент отрядтары 4-се Бала табыу йорто янындағы урман-парк зонаһын таҙартты.

Республика көнө алдынан был акция баш ҡаланың Киров районында Арт-терра заман сәнғәте Аллеяһы биләмәһендә үтте. Студент отрядтары вәкилдәре, уҡыу йорттары студенттары ирекмәндәре, балалар һәм йәштәрҙең йәмәғәт берекмәләре һәм ойошмалары, шулай уҡ барлыҡ битараф булмаған кешеләр иртә таңдан паркты сүп-сарҙан, ҡоро үлән һәм ботаҡтарҙан таҙартты, биләмәне матурланы. Акция ҡатнашыусылар теркәлеү үтте, фирма билдәләре, ҡаптар һәм бирсәткәләр алды. Эш алдынан улар иртәнге зарядка ла эшләп алды.

Сара сиктәрендә көҙгө фотосеттар һәм ҡыҙыҡлы флешмобтар, экология темаһына бәләкәй викторина үтте. Унда иң әүҙем ҡатнашыусы логотиплы фирма толстовкаһын алды.

Сараны ойоштороусылар акцияның иң бәләкәй ҡатнашыусыларын да иғтибарһыҙ ҡалдырманы. “Һөйөү менән” балалар хәйриә фонды һәм Өфөнөң урындағы әүҙемлек үҙәге улар өсөн махсус майҙансыҡ әҙерләне.

Мәҫәлән, Бөрөлә үҫмерҙәр БДУ-ның Бөрө филиалы Дендрарияһы биләмәһен тәртипкә килтерҙе. Эштәр студент отрядтары йыры аҫтында барҙы. Акцияға ҡала экологияһына битараф булмаған 40-тан ашыу кеше килгән.

“Минең Республикам” акцияһы сиктәрендә “Йондоҙло” педагогия отряды студенттары ла өмәлә ҡатнашты һәм Мәсәғүт ауылы биләмәһен таҙартты. Йыл һайын студенттарҙың әүҙемлеге арта. Был юлы улар сүп-сар менән япраҡтарҙы йыйыштырған. Ваҡыт бик тиҙ һәм файҙа менән үткән.

Министр Урал Искәндәров белдереүенсә, үҫеп килгән быуында тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү – экологик киләсәккә юл. Тап ошондай мөһим миссия менән республикала төрлө саралар үтә. Бындай экологик проекттар меңәрләгән студенттарҙы дәртләндерә һәм яҡшы һөҙөмтәләргә килтерә.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=52977

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас