Бөтә яңылыҡтар
Экология
12 Октябрь 2021, 12:45

Министр докладына ҡәнәғәтһеҙлек белдерелде

Алан Марзаев "Йәшел Башҡортостан" акцияһы тураһында отчет бирҙе. Радий Фәрит улы уның эшен "икеле"гә баһаланы. 

Министр докладына ҡәнәғәтһеҙлек белдерелде
Министр докладына ҡәнәғәтһеҙлек белдерелде

Быйыл 25 сентябрҙән 5 октябргә тиклем республикала “Йәшел Башҡортостан” акцияһының көҙгө этабы үтте. Билдәле булыуынса, был сара йылына ике тапҡыр - яҙ һәм көҙ ойошторола. Был юлы сарала 48 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Ауыл һәм ҡалаларҙа 8,5 мең ҙур ағас һәм 69 мең ағас һәм ҡыуаҡ үҫентеләре ултыртылған. Ике мең самаһы ерегеп китә алмаған ағасты алмаштырғандар. Был эштәрҙә бер мең самаһы берәмек техника файҙаланылған. Саралар бөтә райондарҙа ла үткән.

Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев һөйләне.

Быйыл ҙур ағастарҙан аллеялар ултыртыуға ҙур иғтибар бүленгән, 18 ҡалала 40 аллея ултыртҡандар. Уларҙың алтауһы Стәрлетамаҡта һәм туғыҙы Өфөлә. Шулай уҡ Белорет, Октябрьский, Күмертау, Дәүләкән һәм башҡа ҡалаларҙа аллеялар барлыҡҡа килгән.

Әммә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров министрға акцияны ойоштороу һәм үткәреү өсөн “икеле” билдәһе ҡуйҙы.

– Нисә ағас ултыртыу тураһындағы ҡоро отчет миңә кәрәкмәй. Мин эште дүрт төркөмгә бүлергә ҡуштым. Беренсеһе – аллеялар. Был йәһәттән Нефтекаманан өлгө алыр кәрәк, унда, мәҫәлән, прокурор аллеяһы ултыртылды, – тине Радий Фәрит улы.

Шулай уҡ республика етәксеһе ҡалаларҙың үҙәк урамдарын тәртипкә килтерергә ҡушты. Бында иҫкергән ағастарҙы ныҡлы ҙур ағастарға алмаштырырға кәрәк. Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарына был маҡсатта алдан уҡ бюджетҡа аҡса һалырға ҡушты.

– Икенсеһе – ихаталарҙы йәшелләндереү, өсөнсөһө – буш ҡалған биләмәләрҙе матурлау һәм дүртенсеһе – Дәүләт урман фонды урындарында бәләкәй үҫентеләр ултыртыу, – тине Радий Хәбиров. – Һеҙ сираттағы тапҡыр минең йөкләмәләрҙе үтәмәнегеҙ. Һеҙ һыу һибеү тураһында бер нимә лә әйтмәнегеҙ. Ҡайҙа етте, шунда ағас ултыртыуҙы туҡтатырға кәрәк.

Фото: ufa.bezformata.com

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: