Бөтә яңылыҡтар
Экология
13 Октябрь 2021, 20:00

Аҡҡоштарҙы атҡан ир тотолған

Учалы районының Сораман ауылы эргәһендәге Ысыҡ күлендә йәшәгән ете аҡҡошты атыуҙары тураһында тәүгеләрҙән булып хәбәр иткәйнек.

Аҡҡоштарҙы атҡан ир тотолған
Аҡҡоштарҙы атҡан ир тотолған

Учалы районының Сораман ауылы эргәһендәге Ысыҡ күлендә йәшәгән ете аҡҡошты атыуҙары тураһында “Башҡортостан” гәзите тәүгеләрҙән булып хәбәр иткәйне.

Был ҡоштар яҙ күлгә төшөп биш себеш сығара. Ҡоролоҡ сәбәпле күл ҡапыл һайыҡҡас, ауыл халҡы ҡоштар өсөн борсола башлай. Йылы яҡҡа осоп китер өсөн көс йыйып өлгөрһөндәр тип ашаталар. Кешеләрҙән ҡурҡмаған ҡоштар браконьер ҡорбаны була ла инде.

Аҡҡоштарҙы атҡас, ир ваҡиға урынынан ҡаса, сөнки атыу тауышын ишетеп күл эргәһенә кешеләр килә башлай. Шулай ҙа, халыҡ таралышҡас, ҡоштарҙы алып ҡайтып, таҙартып, бешереп ашай.

Хоҡуҡ һаҡлау органдары хәбәр итеүенсә, әлеге мәлдә аҡҡоштарҙы атҡан кеше тотолған. Ул - ошо Учалы районынан 58 йәшлек ир. Башҡа мәғлүмәттәр әлегә хәбәр ителмәй. Ҡоралы хоҡуҡ һаҡлау органдары тарафынан тартып алынған. Уны законлы рәүештә өйөндә тотҡан булған. Ошо көндәрҙә эш Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына тапшырыласаҡ. Браконьер яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ, штраф түләйәсәк. Экологтар тәбиғәткә килтерелгән зыян күләмен һанаясаҡ.

Фото: "Бәйләнештә".

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: