Бөтә яңылыҡтар
Экология
14 Октябрь 2021, 17:30

Айыу балаһы ярҙам һорай...

Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһе сигендә арыған айыу балаһы кешеләрҙән ярҙам һорап юлға сыҡҡан.

Айыу балаһы ярҙам һорай...
Айыу балаһы ярҙам һорай...

Белгестәр фаразлауынса, ул етем ҡалған һәм, бер килке урманда үҙенә аҙыҡ эҙләп йөрөгәндән һуң, кешеләргә сығырға булған. Уны Ҡатау-Иванов районы халҡы табып ала һәм шундай уҡ экологтарға хәбәр итә.

«Зыяраткүл» милли паркы хеҙмәткәре Силәбе өлкәһе Экология министрлығының Һунарсылыҡ буйынса федераль күҙәтеүе хеҙмәткәрҙәре менән бергә айыуҙы ҡотҡара һәм «Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре» хеҙмәткәрҙәренә тапшыра. Улар айыу балаһын Карен Даллакян клиникаһына илтә, ветеринарҙар уға тиҙ арала ярҙам күрһәтә, операция үткәрә. 

Табылған айыу балаһына бер генә йәш, әле хәлһеҙ, уға оҙаҡ ҡына дауаланырға тура киләсәк. Алған яраларына ҡарағанда, йыртҡыстар һөжүменә дусар булған. Айыу балаһының инәһенә ҡул һонған браконьерҙы экологтар эҙләй.

 

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: