Бөтә яңылыҡтар
Экология
17 Октябрь 2021, 20:30

Баймаҡта - "Атайҙар аллеяһы"

Был ағастар район үҙәген йәмләп үҫер, беҙҙең изге эште башҡа атайҙар ҙа дауам итер, ти Баймаҡ ир-аттары.

Баймаҡта - "Атайҙар аллеяһы"
Баймаҡта - "Атайҙар аллеяһы"

Билдәле булыуынса, бөгөн Рәсәй Президенты указы нигеҙендә Атайҙар көнө билдәләнә. Ул йыл һайын октябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә билдәләнәсәк.

Ошо байрам уңайынан кисә Баймаҡ ҡалаһында "Атайҙар аллеяһы" барлыҡҡа килде. Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев етәкселегендә атайҙар Юбилей урамында яңы аллеяға алмағас һәм миләш ағастары ултыртты.

Улар район үҙәген йәмләп үҫер, беҙҙең изге эште башҡа атайҙар ҙа дауам итер, ти Баймаҡ ир-аттары.

Фото: Баймаҡ районы хакимиәте сайты.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: