Бөтә яңылыҡтар
Экология
17 Октябрь 2021, 10:00

Усмановтар тау итәгенә ағас ултырта

Дамира апай менән Фәйзрахман ағай әленән-әле икәүләп ауыл тирәһендәге йылға буйҙарын, туғайлыҡтарҙы таҙартырға сығып китә, тоҡ-тоҡ сүп-сар йыйып ала. Әле бына улар тағы бер изге эшкә тотонған.

Усмановтар тау итәгенә ағас ултырта
Усмановтар тау итәгенә ағас ултырта

Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылында йәшәгән Дамира һәм Фәйзрахман Усмановтарҙы был төбәк халҡы ғәмле, сәмле, тыуып үҫкән еренең ысын илһөйәрҙәре булараҡ белә, хөрмәт итә.

Бынан бер нисә йыл элек Фәйзрахман ағай Баймаҡ районының йөҙөк ҡашы һаналған Һаҡмар йылғаһының экологик торошона иғтибар йәлеп итеү өсөн “Таҙа Һаҡмар” тигән акцияға нигеҙ һалып танылғайны.

Усмановтар бер ниндәй акцияһыҙ ҙа даими рәүештә маҡтауға лайыҡ эштәр башҡара. Икәүләп ауыл тирәһендәге йылға буйҙарын, туғайлыҡтарҙы таҙартырға сығып китәләр, тоҡ-тоҡ сүп-сар йыйып алалар, йылға буйҙарын ҡороған ағастарҙан таҙарталар.

Әле бына улар тағы бер изге эшкә тотонған. “Тау итәген кәртәләгәйнек. Ағас ултырта башланыҡ - 150 самаһы төп ҡарағай, ҡайын. Урын күп әле. Кем ҡушыла? Ниндәй ағас, ҡыуаҡ бирә ала?” – тип яҙҙы Дамира апай Усманова социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Бына шундай илһөйәрҙәр, ғәмлеләр күберәк булһын ине арабыҙҙа. Арыу уҡ оло йәштә булыуға ҡарамаҫтан, тыуған еренең тәбиғәтен, киләсәген ҡайғыртып, уның өсөн борсолоп, ҡулынан килгәнде эшләгән был матур парға нисек һоҡланмайһың! Ауылдаштары, яҡташтары улар өлгөһөнә ҡушылыр, кәртәләп алынған тау итәгендә гөрләп урман ҡалҡыр, тип ышанайыҡ. Ә инде Дамира апай менән Фәйзрахман ағай Усмановтарға именлек, һаулыҡ, изге башланғыстарында уңыштар!

Фотолар: Д. Усманованың сәхифәһе. 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: