Бөтә яңылыҡтар
Экология
19 Октябрь 2021, 16:00

Ҡолош шишмәһенә ҡот ҡайтты

"Ауылдан ситтәрәк урынлашһа ла, шишмә күптәрҙең яратҡан урынына әйләнде. Киләсәктә бында парк ҡалҡып сығыр, ауылдаштарым унда рәхәтләнеп ял итер”.

Ҡолош шишмәһенә ҡот ҡайтты
Ҡолош шишмәһенә ҡот ҡайтты

Ғафури районының Яугилде ауылы янындағы Ҡолош шишмәһе – ауылға һыу селтәре үткәрелгәнгә ҡәҙәр әллә нисәмә быуын кешеләрен эсәр һыу менән тәьмин иткән сығанаҡ. Ошо көндәрҙә ул яңы һулыш кисереп, эргә-тирәһе өр-яңы төҫ алды.

Һыу сығанағын таҙалау һәм төҙөкләндереү башланғысын, “Атайсал” республика проектына ярашлы, ошо ауылда тыуып үҫкән билдәле журналист, яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре, БР Милли архивы директоры урынбаҫары Ниязбай Сәлимов күтәреп сыҡты. Тейешле аҡса йыйылғас, ауылдың әүҙем кешеләре ҡоҙоҡҡа ҡулсалар, торба ҡуйып, шишмәнең эргә-тирәһендә төҙөкләндереү эштәре башҡарған.

Ошо көндәрҙә яңыртылған Ҡолош шишмәһен асыу тантанаһы үткән. Унда йәше-ҡарты ихлас ҡатнашҡан. Рәсми ҡунаҡтарҙың сығыштары ауыл таланттарының, балаларҙың дәртле йыр-бейеүҙәре, тыуған төйәк тәбиғәте тураһында шиғырҙар менән үрелеп барған. Төҙөкләндереү эштәрендә иң әүҙем ҡатнашыусылар Рәхмәт хаттары һәм бүләктәр менән билдәләнгән. Тантаналы сара күмәкләп фотоға төшөү һәм тәбиғәт ҡосағында сәй эсеү менән тамамланған.

“Ауылдан ситтәрәк урынлашһа ла, шишмә күптәрҙең яратҡан урынына әйләнде. Киләсәктә бында парк ҡалҡып сығыр, ауылдаштарым унда рәхәтләнеп ял итер, тип ышанам”, - ти проектты башлап йөрөгән һәм тормошҡа ашырыуға булышлыҡ иткән Ниязбай Сәлимов.

Фотолар Н. Сәлимов архивынан.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: