

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә сираттағы тапҡыр сүп-сар реформаһы, ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу мәсьәләһе тураһында һөйләшеү булды.
Республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров сүп-сар үткәргестәрҙе иретеп йәбештереү һәм айырып йыйыу эшен әүҙемләштерергә тәҡдим итә. Уның белдереүенсә, ведомство бындай система индерелгән төбәктәр тәжрибәһен өйрәнгән (Мәскәү, Түбәнге Новгород, Тверь өлкәләре).
Ауыл ерлегендә ҡалдыҡтар йыйыуҙы дуаль система менән ойошторорға тәҡдим ителә. Тимәк, сүп-сар ҡоро һәм еүеш фракцияларға бүленергә тейеш. Ҡала-район үҙәктәрендә – ҡағыҙ, быяла, пластик һәм эшкәртеп булмаған ҡалдыҡтар (аҙыҡ-түлек һәм сортҡа бүлеп булмаған ҡалдыҡтар, бысраҡ ҡаптар) өсөн айырым контейнерҙар ҡуйырға.
Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы фракциялап бүлеү ҡайһы бер ҡала-райондарға индерелгән дә. Стәрлетамаҡта, мәҫәлән, төбәк операторы үҙ башланғысы менән сүп-сарҙы айырып сығарыу ойошторған – бында көн һайын икенсел сеймалды сығарыу өсөн машина һатып алынған.
Әммә, министр белдереүенсә, сүп-сарҙы сортҡа бүлеү яҡшы ойошторолмау проблемаһы бар. “Был йәһәттән мәғлүмәт сәйәсәтен көсәйтергә кәрәк. Беҙ ҡалдыҡтарҙы айырып йыйырға саҡырған агитация роликтары төшөрөргә йыйынабыҙ”, – тине Урал Искәндәров.
Бөгөнгә ҡарата республикала ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыуға тәғәйенләнләнгән 6010 контейнер ҡуйылған. 2024 йылға тиклем ошондай 22 мең контейнер алырға кәрәк.
Шулай уҡ коммуналь булмаған ҡалдыҡтар – үҫентеләр, төҙөлөш сүп-сары, шиналар өсөн майҙансыҡтар булдырырға планлаштыралар. “Муниципалитеттарҙан бының өсөн ер участкалары бүлеү эшенә әүҙемерәк ҡушылыуҙы һорайбыҙ. Әлеге ваҡытта майҙансыҡ Бәләбәйҙә генә һайланған”, – тине министр.
Кешеләрҙе сүп-сарҙы айырып йыйыуға ылыҡтырыу өсөн министр күп фатирлы йорттарҙа сүп-сар үткәргестәрҙе иретеп йәбештерергә тәҡдим итте. Ә яңыларын төҙөгәндә бөтөнләй уларҙан баш тартырға кәрәк, тине. Башҡортостанда әлеге ваҡытта 2176 күп фатирлы йортта алты меңдән ашыу сүп-сар үткәргес иҫәпләнә.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был мәсьәләне ентекләберәк өйрәнергә һәм мәғлүмәти пропоганданы көсәйтергә ҡушты.
Фото: smartik.ru