

Үткән ялдарҙа Ҡырмыҫҡалы районында булған хәлдәр тураһында хәбәр иткәйнек. Бында бер предприятие райондың Оло Толпаҡ күлендә карьер эшкәртергә булған. Ә халыҡ быға ҡаршы сыҡты һәм власть органдарының иғтибарын йәлеп итте. Урынға Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов барҙы һәм халыҡтың йыйылышында ҡатнашты.
Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә быға ҡарата үҙ фекерен Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та әйтте. “Оло Толпаҡ күле янында бер ниндәй ҙә карьер эшкәртелмәйәсәк”, – тине ул.
Асыҡланыуынса, был күл янында карьерҙы эшкәртеү өсөн лицензия 2015 йылда уҡ бирелгән булған, ә быны эшләргә ярамаған. Башҡортостан Башлығы Азат Бадрановҡа проблеманы юридик яҡтан хәл итеү юлын табырға ҡушҡан.
“Был йәһәттән минең позиция шундай: бындай объекттарҙы тейергә ярамай. Әгәр беҙ хәлде ҡулдан ысҡындырһаҡ, оҙаҡламай Аҡ йорт алдында ла ҡом эшкәртә башларҙар”, –тине Радий Хәбиров.
Вице-премьер Азат Бадранов 6 ноябрҙә урынға барғаны тураһында һөйләне.
– Кешеләрҙең ялыу итеүе бик дөрөҫ, улар өсөн был күлдең әһәмиәте бик ҙур, ул ял итеү урыны булып тора, райондың иң ҙур күле. “Ибраһим” предприятиеһы лицензияны 2015-2018 йылдарҙа уҡ алған. Район хакимиәте уларға сәнәғәт үҫеше өсөн башҡа урындар тәҡдим иткән, тик улар әлегә баш тарта. Ведомство-ара комиссия район хакимиәтенә күлдең тәбиғәтте һаҡлау статусын булдырырға тәҡдим итә, – тине ул.
Радий Хәбиров был йәһәттән экология һәм тәбиғәттән файҙалыну министры Урал Искәндәровты тәнҡитләне. Уның фекеренсә, ведомство был йүнәлештә әүҙем эшләмәй.
– Беҙҙең алдағы ҡарарҙар һеҙҙең тарафтан нисек тормошҡа ашырылғанын ҡарағым килә. Оҙаҡламай тикшереү менән Көньяҡ Уралға сығам һәм әгәр унда хәл нормаға килмәһә, насар буласаҡ. Иҫләһәгеҙ, ошо сәбәпле бер министр эштән ҡыуылды ла инде. Ҡырмыҫҡалы районы буйынса ла бик күп ялыуҙар килә, бөтә районды соҡоп бөткәндәр. Карьерҙар әлбиттә кәрәк, республикала бик күп юл төҙөү эштәре алып барыла. Әммә бөтә эштәр ҙә лицензия сиктәрендә, бар талаптарҙы үтәп, цивилизациялы юл менән алып барылырға тейеш, – тине Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе ер аҫты ҡаҙылмалары менән файҙаланыусылар эшмәкәрлеге мәсьәләһе буйынса ведомство-ара комиссияға был хәлде контролгә алырға ҡушты. Ике айҙан экология министры Ҡырмыҫҡалы районында нимә эшләнгәне тураһында доклад менән сығыш яһарға тейеш. Шулай уҡ Иглин, Өфө һәм башҡа райондар ҙа иғтибарға алынасаҡ.
Фото: Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте.