

Башҡортостанда бөгөн халыҡтың өстән бер өлөшө ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарҙы айырым, төрҙәргә бүлеп йыя. Бынан тыш, ҡалдыҡтарҙы ҡайтанан эшкәртеү өлкәһендә бәләкәй эшҡыуарлыҡ та үҫешә. Һуңғы йылдарҙа айырыуса Өфө, Октябрьский, Нефтекама ҡалаларында һәм Туймазы, Салауат, Учалы, Шаран, Дәүләкән, Йылайыр, Ауырғазы, Бишбүләк, Борай, Балтас, Дыуан, Ҡыйғы, Мәсетле, Салауат райондарында сеймал эшкәртеүсе эшҡыуарҙар һаны бермә-бер артты.
Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрының беренсе урынбаҫары Илдар Ғарифуллин фекеренсә, бәләкәй эшҡыуарлыҡ экологик проблемалар тураһында уйлана. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарынан икенсел сеймал етештергән эшҡыуарҙарҙың ҡулланыуҙан сыҡҡан быяла, пластик, автомобиль шиндары, ҡағыҙ һәм башҡаһынан әҙер продукция етештереүе - көнүҙәк проблеманы хәл итеүҙең иң ышаныслы юлы.
Әйтәйек, Өфө районының Подымалов ауылында "Башҡортостандың аҡыллы мөхите" предприятиеһы икенсел сеймалдан продукция етештерә. Пластиктан һәм ҡомдан эшләнгән бер эскәмйәнең ауырлығы 150 килограмм тәшкил итә. Экологик яҡтан хәүефһеҙ һәм ағасҡа оҡшаш итеп эшләнгән эскәмйәләр ҡала парктарына йәки ял итеү майҙансыҡтарына ҡуйыу өсөн уңайлы. Ойошма парк эскәмйәләре, ярым түңәрәк эскәмйәләр, асыҡ һауала ҡуллана торған баҡса йыһазы һәм башҡаһын етештерә. Мебелде эшләр өсөн һыу шешәләренең ҡапҡастары, файҙаланылған бахилдар ҡулланыла.
– Халыҡ йышыраҡ ошондай һорау бирә: ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын төрҙәргә айыра башлаһаҡ, һөҙөмтәле һәм файҙалы булырмы? Беҙ етештергән экопродукттарҙың миҫалында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын айырым йыйыуҙың әһәмиәтлелеген күрергә була. Пластмасс — сүп-сар түгел, ә яңы файҙалы әйберҙәр етештереү өсөн ҡиммәтле икенсел сеймал, — ти "Башҡортостандың аҡыллы мөхите" предприятиеһы етәксеһе Вадим Нурҡаев.
Компанияның киләсәккә пландары ҙур — республика төбәктәрендә етештереүҙе киңәйтеү, парктарҙы һәм ял итеү урындарын төҙөкләндереү өсөн ҡулланылған дренаж системаларын етештереүҙе башлау.
Республикала ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын айырым йыйыу өсөн тәғәйенләнгән 6010 контейнер ҡуйылған, 2024 йылға тиклем сүпте айырым йыйыу өсөн 22 меңдән ашыу контейнер һатып алырға һәм улар менән бөтә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу майҙансыҡтарын йыһазландырырға кәрәк. Контейнерҙар республика мәктәптәрендә лә ҡуйылған. Бәләбәйҙә ошо арала пластик һауыттар йыйыу өсөн супермаркеттарҙа фандоматтар ҡуйыу планлаштырыла.
Быйыл республика федераль ҡаҙнанан ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын айырым йыйыу өсөн контейнерҙар һатып алыуға 13,401 миллион һум бүленгән 46 субъект иҫәбенә инде. Был сығымдар муниципалитеттарға бүленәсәк, башлыса аҡса ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын айырым йыйыу өсөн контейнерҙар һатып алыуға тотоноласаҡ. 2022 йылға 236 миллион һум күләмендә субсидия алыуға ғариза бирелгән дә инде.
Бынан тыш, халыҡты сүп-сарҙы айырым, сорттарға бүлеп йыйыуға дәртләндереү маҡсатында күп фатирлы йорттарҙа сүп-сар ташлау торбаларын ябырға, ә яңы йорттар һалғанда был системанан бөтөнләй баш тартырға тәҡдим ителә.
— Бөгөн ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын айырым йыйыу системаһы эшкәртелә торған ҡалдыҡтарҙы һәм эшкәртеүгә яраҡһыҙын айырырға, шулай уҡ икенсел ҡулланыуға яраҡлы ҡалдыҡтарҙың айырым төрҙәрен йыйырға мөмкинлек бирә. Был тирә-яҡ мөхиткә зыянды кәметергә, шулай уҡ полигондар майҙандарын ҡыҫҡартырға, һулар һауаға пар газдарын сығарыуҙы кәметергә мөмкинлек бирәсәк, — ти министр урынбаҫары Илдар Ғарифуллин.
Фото: Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан.