

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың геопарктары буйынса Попечителлек советының икенсе ултырышын үткәрҙе. Ул Валериан Альбанов исемендәге ҡотопсолар музейында булды.
Фекер алышыуҙа ЮНЕСКО вәкилдәре, Хөкүмәт ағзалары, муниципалитет башлыҡтары, туристик ойошмалар етәкселәре ҡатнашты. Көн тәртибендә – Башҡортостанда 2021 йылда геопарктар эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе, уларҙы артабан үҫтереү буйынса төп йүнәлештәр.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Попечителлек советы “Торатау” һәм “Янғантау” геопарктары үҫеше мәсьәләһен контролдә тота. Улар 2019 йылда Рәсәйҙә беренсе булып ЮНЕСКО геопарктарының Глобаль селтәренә инде. Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса геопарктар инфраструктураһын булдырыу өсөн юл картаһы әҙерләнгән.
– 2021 йылда “Торатау” паркы донъяның төрлө илдәренән 16 биләмә иҫәбенә инде – улар ЮНЕСКО-ның Глобаль геопарктар селтәренә инеүгә дәғүә итә. Киләһе йылда уның тәбиғәт һәм мәҙәни объекттарының үҙенсәлектәрен баһалау өсөн эксперттар килеүен көтәбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Был бик мөһим этап, сөнки геопарктар – милли, мәҙәни һәм тарихи мираҫтың айырылғыһыҙ өлөшө. Уларҙы киләсәк быуын өсөн һаҡлау – беҙҙең дөйөм бурыс. Бынан тыш, “Башҡортостан шихандары” тәбиғи-геологик объекттарҙы ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереү өсөн эштәр дауам итә.
Сит ил эштәре министрлығының махсус йөкләмәләр буйынса вәкиле, Рәсәй Федерацияһы ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһының яуаплы секретары Григорий Орджоникидзе ойошманың республика менән хеҙмәттәшлеген юғары баһаланы.
"Башҡортостан ЮНЕСКО-ның бер нисә проектында әүҙем ҡатнаша. Төбәк Рәсәйҙең белем биреү, ғилми, мәҙәни һәм рухи-әхлаҡи үҫешенә ҙур өлөш индерә, – тине Григорий Орджоникидзе. – ЮНЕСКО геопарктары селтәрен үҫтереү – беҙҙең ил өсөн яңы йүнәлеш. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан был өлкәлә әүҙем эш алып бара. Мәҫәлән, “Янғантау” геопаркында халыҡ-ара белем биреү курстары үтә, был һеҙҙең төбәкте бөтә донъяға аса. Башҡорт дәүләт университетында “Геопарктар – тотороҡло үҫеш биләмәһе” тип аталған профилле кафедра асырға йыйыналар. Ул донъяла Греция менән Португалиянан һуң геопарктар тематикаһы буйынса ЮНЕСКО-ның өсөнсө кафедраһы булып китә ала".
Попечителлек советы ултырышында ҡатнашыусыларға видеоконференция тәртибендә Индонезиянан “Ринджани Ломбок” һәм Уругвайҙан “Грутас дель Паласио” геопарктары вәкилдәре мөрәжәғәт итте. Улар, Башҡортостан геопарктары ла ЮНЕСКО системаһында лайыҡлы урын алыр, тип ышана.
Ултырышта 2021 йылда геопарктар инфраструктураһын үҫтереү эшмәкәрлеген тикшерҙеләр.
Торатау шиханы янында капиталь булмаған визит-үҙәк төҙөлөшө тамамлана, яҡындағы биләмәне төҙөкләндереү һәм этнокомплекс ҡуйыу мәсьәләһе өйрәнелә. Шулай уҡ тауға батҡыс яһау эше лә тамамланыу өҫтөндә. Уны 2022 йылда асасаҡтар. Баҫҡысты төҙөлөш техникаһын ҡулланмай, ҡулдан ҡуйырға йыйыналар. Яңы объекттың үҙенсәлеге шунда: экоһуҡмаҡ тирә-яҡ мөхиткә минималь тәьҫир яһаясаҡ – 500 квадрат метр майҙанға ни бары биш квадрат метр терәүҙәр ҡуйыласаҡ. Тау тирәләй бөтә экоһуҡмаҡтар оҙонлоғо 5,5 километр тәшкил итәсәк. Шулай уҡ 2022-2023 йылдарҙа план буйынса “Торатау” геопаркында тағы өс капиталь булмаған визит-үҙәк төҙөү тора.
– Экоһуҡмаҡтарҙа эскәмйәләр ҡуйырға кәрәк, туристар, тәү сиратта өлкәндәр һәм инвалидтар уңайлы шарттарҙа тәбиғәт матурлығына һоҡлана алырға тейеш, – тине Радий Хәбиров.
“Янғантау” геопаркында ла планлы эш дауам итә. Был биләмәлә туристик ағым бер йылда ике тапҡырға артҡан. Ял көндәрендә килеүселәр һаны биш меңдән ашып китә. Әй һәм Йүрүҙән йылғаһы буйлап ағыу ҙур популярлыҡ менән файҙалана.
“Янғантау” геопаркында өс өҫтөнлөклө объект билдәләнгән, уларҙы киләһе йылда дәүләт экспертизаһы үткәс төҙөй башларға йыйыналар. “Улар - “Мәсетле” геологик музей комплексы (уға инновациялы тәбиғи музей, ҡыҙыҡлы парк, балалар белем биреү үҙәге, ғилми лаборатория һәм Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең ялан станцияһы инә), “Каруанһарай” этнографик комплексы (визит-үҙәк, этнопарк, эко-ҡунаҡхана, кемпинг, оҫтаханалар, күп кеше ҡатнашҡан саралар үтеү майҙансыҡтары) һәм “Салауат ере” (интерактив мемориаль парк, музей һәм “йәшел театр”) тарихи-мәҙәни комплексы.
– Беҙ геопарктарҙы үҫтереү өсөн нигеҙ булдырҙыҡ. Был яңы урындар кешеләрҙе һәм республика ҡунаҡтарын йәлеп итеү өсөн кәрәк. Туристарға уңайлы шарттар булдырыуға бизнесты ла йүнәлтергә кәрәк, шул иҫәптән сит илдән дә. Был урындағы халыҡ өсөн яңы хеҙмәт урындары булдырыуға ла яҡшы мөмкинлек, – тине Радий Хәбиров. – Иң мөһиме - әлеге эш тирә-яҡ мөхитте, археология һәйкәлдәрен, милли йолаларҙы һаҡлауға ла йүнәлтелгән.
Төбәк етәксеһе Попечителлек советының сираттағы ултырышын 2022 йылдың август-сентябрендә Башҡортостан геопарктарының береһендә үткәрергә ҡушты.
– Министрлыҡ һәм ведомстволар вәкилдәрен саҡырасаҡбыҙ, был биләмәләрҙе яҡындағы ҡала-ауылдар менән бергә комплекслы үҫтереү, юлдар, социаль объекттар төҙөүҙе тикшерәсәкбеҙ, – тине Радий Фәрит улы. – Пландарға килгәндә, Мәләүез районында Воскресенск ауылында төҙөкләндереүҙе тамамларға кәрәк. Халыҡ-ара “Апимондия” конгресы алдынан солоҡсолоҡ урындарын үҫтереү мөһим. Шулай уҡ “Янғантау” һәм “Красноусол” шифаханаларын үҫтереү планын ҡарарға кәрәк. Алдағы биш-алты йылда башҡараһы эш күп.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.