Экология
15 Ноябрь 2021, 16:00

Нияҙғолдар ниңә борсола?

Азат Бадранов: "Боҙоуҙар асыҡланһа, улар бөтөрөләсәк йәки компанияның лицензияһын туҡтатыу буйынса эш ойоштороласаҡ".

Нияҙғолдар ниңә борсола?Нияҙғолдар ниңә борсола?
Нияҙғолдар ниңә борсола?

Яңыраҡ социаль селтәрҙә “УГРУ Восток” компанияһының Әбйәлил районы Нияҙғол ауылынан алыҫ булмаған урында марганец мәғдәнен экологик боҙоуҙарға юл ҡуйып эшкәртеүе тураһында мәғлүмәт баҫылғайны. Әле мәғлүм булыуынса, республиканың Ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын файҙаланыу буйынса ведомство-ара комиссияһы был карьерға бәйле хәлде күҙәтеүгә алған.

“Битараф булмаған граждандарҙың социаль селтәрҙә Нияҙғол ауылы эргәһендәге марганец карьерында экологияны боҙоуға юл ҡуйыуҙары тураһында мәғлүмәт баҫтырғаны тураһында миңә хәбәр иттеләр. Республика Башлығының ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтары өлкәһендә сәйәсәт буйынса йомоштарын даими үтәүгә бәйле, карьерға барырға, хәлдең айышына төшөнөргә, компания вәкилдәре һәм урындағы халыҡ менән аралашырға ҡарар иттем. Һөҙөмтәлә осрашыу булды. Йәмәғәтселек белдереүенсә, карьерҙа шартлатыу эштәре алып барыла, урындағы йылға бысрай, компания эшмәкәрлеге эҙемтәһендә береһе ҡорой башлаған”, – тип яҙҙы республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Осрашыуҙа әлеге мәсьәләне Ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын файҙаланыу буйынса ведомство-ара комиссия ултырышына сығарырға ҡарар иткәндәр. Бынан тыш, контроль-күҙәтеү органдары “УГРУ Восток” компанияһы эшмәкәрлеген тикшерәсәк.

"Беҙҙең өҫтөнлөк – иҡтисади ҡарар менән экологик хәүефһеҙлек араһында тигеҙлек һаҡлау. Боҙоуҙар асыҡланһа, улар бөтөрөләсәк йәки лицензияһын туҡтатыу буйынса эш ойоштороласаҡ", – тип белдерҙе Азат Бадранов.

Ташбулат ауыл биләмәһе советы депутаты Заһит Нурғәлин әйтеүенсә, халыҡтың социаль селтәрҙәге мөрәжәғәтен тиҙ ишеткәндәр.

"Һөйләшеү асыҡ, ғәҙел булды. Азат Бадранов, объектив, ирекле экологик комиссия экспертиза үткәрәсәк, тине. Был сараны тиҙерәк уҙғарырға ине - йылға туңмаҫ, яуапһыҙ эшмәкәрлек эҙҙәрен йәшермәҫ борон. Экспертиза һөҙөмтәләрен көтәбеҙ, вәғәҙә биргәндәренсә, уны халыҡ алдында иғлан итәсәктәр", – тине Заһит Нурғәлин.

“УРГУ Восток” үҙенсәлекле предприятие булып тора. Рәсәйҙә марганец сығарыу менән шөғөлләнгән бындай компаниялар күп түгел. Предприятие һалымдарҙы ваҡытында түләп килә, осрашыу ваҡытында ла уның вәкилдәре биләмәне социаль-иҡтисади үҫтереүгә булышлыҡ итергә әҙер булыуын белдерҙе.

Марганецтың Нияҙғол ятҡылығы ауылдан өс саҡрым алыҫлыҡта, төньяҡ-көнбайышта урынлашҡан, Магнитогорск – Белорет юлынан өс саҡрым алыҫлыҡта. Ул XVIII быуат уртаһынан уҡ билдәле. 1941 йылда объектты ябалар. 2008 йылда “УГРУ Восток” Нияҙғол-1 ятҡылығында марганец мәғдәнен сығарыуға лицензия ала. 2022 йылдың 1 октябрендә был документтың ваҡыты сыға.

Фото: Азат Бадрановтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһе.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас