

Һыу һаҡлағыстың торошо урындағы халыҡты күптән борсой ине. Йылы миҙгелдә быуанан насар еҫ сыға, тип зарлана ине ҡала халҡы. Белгестәр билдәләүенсә, һыу һаҡлағыс ныҡ һаҙланған булған.
Күптән түгел Потеха йылғаһындағы быуаны төҙөкләндереүгә ҡағылған эштәрҙе барлау өсөн эш төркөмө Благовещен районында кәңәшмә үткәрҙе. Сарала Һыу ресурстары буйынса федераль агентлыҡтың Кама бассейны һыу идаралығы, Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, ҡала һәм район хакимиәттәре вәкилдәре һыу объектын таҙартыу буйынса эштәрҙең артабанғы барышы тураһында һөйләште.
Республикала “Экология” милли проектына ярашлы “Һыу объекттарының экологик төҙөкләндереү” төбәк проекты буйынса был объект өҫтөндә 2020 йылдан алып эш алып барыла. Объектты финанслауҙың дөйөм суммаһы – 80,92 миллион һум, шул иҫәптән федераль ҡаҙнанан – 66,09 миллион һум, Башҡортостан Республикаһы ҡаҙнаһынан 14,9 миллион һум аҡса бүленде. Былтыр федераль ҡаҙнанан 530,9 мең һум, быйыл 24,98 миллион һум аҡса күскән. Быуаны таҙартыу, ағас-ҡыуаҡлыҡтарҙы һәм һыу үҫемлектәрен, дренаж системаларын һәм технологик үткәүелдәр ҡоролмаһын сығарыу планлаштырыла. Эште 2022 йылда тамамлау күҙаллана.
Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрының беренсе урынбаҫары Илдар Ғарифуллин белдереүенсә, быуаны төҙөкләндереү һәм республика бюджеты иҫәбенә 14,9 миллион һум күләмендә биологик мелиорация эштәрен башҡарыу планлаштырыла. Быуаның яр буйы зонаһында булған битләүҙәрҙе һыу объектына тиклем төҙөкләндереү, эрозия процестарын булдырмау маҡсатында шәхси секторға йәнәш торған һул ярҙы төҙөкләндереү, ландшафт элементтарын булдырыу, территорияны тәртипкә һалыу, ағас һәм ҡыуаҡлыҡ үҫемлектәре ултыртыу, яр буйы битләүҙәрен һәм яр буйы һыҙаттарын биоген консолидациялау буйынса эш алып барыу планлаштырыла.
Потеха йылғаһы буйындағы эштәрҙе ҡарап сығып, Һыу ресурстары буйынса федераль агентлыҡтың Кама бассейны һыу идаралығы начальнигы Александр Михайлов, һыу объектын таҙартыу буйынса саралар барышы менән танышып, уны юғары баһаланы, быуаны экологик яҡтан төҙөкләндереүҙең ваҡытынан алда тайпылмайынса һөҙөмтәле алып барылыуын билдәләне.
– Уңайлы һауа шарттары һәм подрядсы ойошманың ышаныслылығы графиктан ваҡытынан алда барырға, шулай уҡ быйылғыға планлаштырылғандан күпкә артығыраҡ эш атҡарырға мөмкинлек бирә. Подрядсы ойошманың референтлыҡ шарттарының да, проектлауҙың да, баһалау документтарының да талаптарға тулыһынса тап килеүе теркәлгән. Был объект өҫтөндәге эштәрҙе башҡарғанда проекттан тайпылыу асыҡланмаған.
Был йәһәттән ведомство етәкселегенә киләһе йылдан лимиттарҙы быйыл өлөшләтә 10,5 миллион һум күләмендә бүлеү мөмкинлеге тураһында тәҡдим индерергә теләйбеҙ, — тине, Михайлов. — Сараны тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә 36 меңдән ашыу кеше һыу объекты янында көнкүреш шарттарын яҡшырта аласаҡ.
Потеха йылғаһындағы быуа XVIII быуатта баҡыр иретеү заводы ихтыяждары өсөн төҙөлгән. Хәҙер һыу һаҡлағыс тирәләй шәхси сектор, көньяҡ һәм көньяҡ-көнбайыш яғында клапан заводы урынлашҡан. Һыу һаҡлағыстың торошо урындағы халыҡты күптән борсой ине. Йылы миҙгелдә быуанан насар еҫ сыға, тип зарлана ине ҡала халҡы. Белгестәр билдәләүенсә, һыу һаҡлағыс ныҡ һаҙланған булған.
Лилиә НУРЕТДИНОВА.