

Бөгөндән республика биләмәһендә йәш ылыҫлы ағастарҙы законһыҙ ҡырҡыуҙан һаҡлау буйынса “Шыршы-2021” оператив-иҫкәртеү операцияһы башланды.
Сараға ярашлы, урман һаҡсылары хоҡуҡ һаҡлау органдары менән берлектә законһыҙ ҡырҡылған һәм һатып алынған шыршыларҙы асыҡлау, урман фонды ерҙәрен патрулләү, законһыҙ ташылған продукцияны асыҡлау буйынса тәүлек әйләнәһенә дөйөм ҡулланылыштағы юлдарҙа дежурҙа торасаҡ, яңы йыл продукцияһын һатыу урындарына рейдтар үткәрәсәк, шулай уҡ стационар постар ойошторасаҡ.
Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, шыршыларҙы законһыҙ ҡырҡҡан өсөн административ һәм енәйәт яуаплылығы ҡаралған.
Граждандар өсөн административ штраф күләме өс мең һумдан алып дүрт меңгә тиклем тәшкил итә, вазифа биләүселәр өсөн — 20 мең һумдан алып 40 мең һумға тиклем, юридик шәхестәр өсөн — 200 мең һумдан алып 300 меңгә тиклем.
Штрафтарҙан тыш, тәртип боҙоусы урман фондына килтерелгән зыянды ҡапларға бурыслы. Әгәр зыян күләме биш мең һум һәм унан да күберәк булһа, тәртип боҙоусының ҡылығы Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының «Урман биләмәһен законһыҙ ҡырҡыу» статьяһы буйынса енәйәт яуаплылығына тарттырылырға тейеш. Был статья буйынса иң юғары яза — алты йылға тиклем иректән мәхрүм итеү.
«Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау тураһында» законға ярашлы, һәр һатып алыусы Яңы йыл продукцияһын һатыуҙың законлылығын раҫлаған документ талап итергә хоҡуҡлы.
Бынан тыш, Башҡортостан халҡы законһыҙ рәүештә ағас ҡырҡыу, һатыу тураһында мәғлүмәтте телефон аша Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығының диспетчер хеҙмәтенә хәбәр итә ала: 8 (347) 218-14-14.
Фото: Башҡортостандың урман хужалығы министрлығынан алынды.