Экология
30 Ноябрь 2021, 15:00

"Бурыстарын еренә еткереп үтәмәһәләр - хушлашабыҙ"

Быйылғы тикшереү барышында ер аҫты файҙалы ҡаҙылмаларын файҙаланыу өлкәһендә ҡануниәтте боҙоуҙың 234 осрағы теркәлгән. "Таналыҡ" һәм "Граф" ойошмаларын нимә көтә?

"Бурыстарын еренә еткереп үтәмәһәләр - хушлашабыҙ""Бурыстарын еренә еткереп үтәмәһәләр - хушлашабыҙ"
"Бурыстарын еренә еткереп үтәмәһәләр - хушлашабыҙ"

Башҡортостан Хөкүмәте йортонда республика биләмәһендә ер аҫтын файҙаланыу өлкәһендә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса ведомство-ара комиссияның сираттағы ултырышы үтте. Сарала Хәйбулла, Баймаҡ, Учалы, Әбйәлил райондары хакимиәт башлыҡтары, төрлө ведомство етәкселәре, ер аҫтын файҙаланыу өлкәһендә эшләгән ойошмалар вәкилдәре ҡатнашты. Сараны Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов, Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров алып барҙы.

Урал аръяғы райондары халҡы ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын эшкәртеү ваҡытында тирә-яҡ мөхиттең тәләфләнеүе, был эш менән шөғөлләнгән предприятиеларҙың зыян килтерелгәндән һуң ерҙәрҙе төҙөкләндерергә ашыҡмауына бәйле күптән хафалана ине. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров вазифаға тәғәйенләнеүе менән халыҡ етәксегә мөрәжәғәт итте. Радий Фәрит улы шунда уҡ Баймаҡ, Учалы райондарына сығып, хәл менән танышты. Ер аҫтын файҙаланыу менән шөғөлләнгән предприятиеларҙы власть органдары һәм халыҡ әлегә тиклем закон нигеҙендә эшләргә саҡыра, төҙөкләндереүҙе йәнләндереү кәрәклеген белдерә. Әммә хәлде урынынан ҡуҙғатыу өсөн “түңәрәк өҫтәл” артына ултырып, һәр мәсьәләне айырым хәл итеү мәле етте. Быйыл 15 майҙа Баймаҡ районында үткән кәңәшмәлә Радий Хәбиров был йүнәлештә эшләгән ведомстволар, ер аҫты ҡаҙылмалары сығарған предприятие вәкилдәре алдында аныҡ, теүәл бурыстар ҡуйҙы. Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә предприятиеларҙың экологияға зарар килтергәне өсөн финанс яуаплылығын арттырыуҙы күҙ уңында тотҡан закон ҡабул итеү бурысын ҡуйҙы. Рәсәй лидеры тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йәһәтенән ҡәтғи эш итергә саҡырҙы. Ул "Росприроднадзор" һәм башҡа контролләүсе органдар ҙа үҙҙәренә йөкмәтелгән бурыстарҙы еренә еткереп үтәргә тейешлеген билдәләне. Владимир Путиндың “Тәбиғәт иҫәбенә килем алдың икән – артыңдан йыйыштырып та ҡуй” тигән һүҙҙәре ҡанатлыға әйләнде.

Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов ошо ете ай эсендә ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарына бәйле мәсьәләләр эҙмә-эҙлекле хәл ителеүен әйтте һәм, Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы, "Башнедра", "Росприроднадзор", Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы менән берлектә байтаҡ мәсьәләләрҙе хәл итеүгә өлгәштек, тип билдәләне.

"Урал аръяғында экологтар штатын арттырҙыҡ. Хәҙер Сибай һәм Учалы ҡалаларында икешәр өҫтәмә белгес эшләй. Тиҙҙән маршейдерҙар ҡайтарыласаҡ, улар ярҙамында райондарҙа тикшереүҙәр һөҙөмтәлерәк үтәсәк. Беҙҙең төп бурыс – урындағы халыҡты ишетеү һәм ризаһыҙлыҡтар булдырмау, тәбиғәткә килтерелгән зыянды кәметеү. Республиканың күпселек райондарында мәсьәлә ыңғай хәл ителеп килһә лә, Урал аръяғы райондарында көсөргәнеш тойола әле, шуға бар көстө шул юҫыҡҡа борорға кәрәк.

Республика бары тик ғәҙел эшләргә әҙер ойошмалар менән хеҙмәттәшлек итәсәк. Ә үҙ бурыстарын еренә еткереп үтәмәгәндәр менән хушлашырға тейешбеҙ. Әлеге мәлдә, мәҫәлән, “Таналыҡ” һәм “Граф” ойошмаларының лицензияларын туҡтатыу буйынса эш бара. Уларҙың эшмәкәрлеге менән хоҡуҡ һаҡлау, күҙәтеү органдары ла ҡыҙыҡһына", - тине Азат Бадранов.

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров лицензия алғандарҙың ер аҫты ҡаҙылмаларын ҡулланыу законлылығын, дөйөм файҙалы ҡаҙылмаларҙы рөхсәтһеҙ сығарыу проблемаларының көнүҙәк булып ҡалыуын билдәләне, ведомство-ара хеҙмәттәшлектең һөҙөмтәлелеге тураһында әйтте.

"Быйыл экологик күҙәтеү барышында министрлыҡ белгестәре ер аҫты файҙалы ҡаҙылмаларын файҙаланыу өлкәһендә ҡануниәтте боҙоуҙың 234 осрағын теркәгән, шул иҫәптән 104 законһыҙ ҡаҙыу алып барылғанын асыҡлаған. Министрлыҡ был юҫыҡта хоҡуҡ боҙоуҙарҙы асыҡлау буйынса әүҙем эш алып бара. Быйыл ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын сығарған мәлдә лицензиялы ойошмалар тарафынан 64-кә яҡын хоҡуҡ боҙоу осрағы асыҡланған. Етмеш тәртип боҙоусыға, дөйөм алғанда, 1,5 миллион һумлыҡ штраф һалына, улар административ яуаплылыҡҡа тарттырыла.

Әле ғәмәлдәге лицензиялар һаны - 359; ер аҫты һыуҙарына - 1341, дөйөм ҡулланылышта булған файҙалы ҡаҙылмаларға - 51, урындағы әһәмиәткә эйә ер аҫты һыуҙарын файҙаланыуға 172 лицензия теркәлгән; 214-енә үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индерелгән. Файҙалы ҡаҙылмаларға бирелгән 28 һәм ер аҫты һыуҙарын ҡулланыуға тәғәйенләнгән 142 лицензия тартып алынған. Уларҙы туҡтатыуҙың, ғәмәлдән сығарыуҙың төп сәбәбе - ҡаҙылма байлыҡтарҙы үҙләштереүҙең техник проекты шарттарына бәйле хоҡуҡ боҙоуҙар.

Бынан тыш, район хакимиәттәре менән социаль-иҡтисади килешеүҙәрҙең булмауы (һигеҙ лицензия), шулай уҡ ерҙе сәнәғәт етештереүе категорияһына индермәү лицензияларҙы туҡтатыуға хоҡуҡ бирә.

Йыл башынан ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтары менән эш итеү мәлендә закон боҙоуҙарға юл ҡуймау маҡсатында 992 рейд үткәрелә. Улар прокуратура, Эске эштәр, Урман хужалығы министрлыҡтары хеҙмәткәрҙәре менән берлектә уҙа.

Күрелгән саралар һөҙөмтәһендә ҡаҙылма байлыҡтарҙы законһыҙ рәүештә сығарыуҙың 104 осрағы асыҡланған. 101 ғәйепле кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылған, 4,07 миллион һум күләмендә штраф һалынған", - тине Урал Искәндәров.

Шулай уҡ ведомствола ғәмәлдәге һәм ташландыҡ карьерҙар реестры булдырылған. Республикала әле карьерҙар һаны - 355, мелиорацияға дусар ителгәндәре - 96.

Бынан тыш, бөгөнгә дөйөм файҙалы ҡаҙылмалар етештереү һәм һатыу күләмен иҫәпкә алыуҙың Берҙәм республика автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһы тәртибе билдәләнгән. Унда ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын файҙаланыуға лицензия алған ҡулланыусылар тураһында белешмә тупланған.

"Росприроднадзор"ҙың Көньяҡ Урал төбәк-ара департаменты етәксеһе Роман Болотов әйтеүенсә, тикшереү һөҙөмтәләре буйынса бер нисә ойошма лицензия талаптарын тупаҫ боҙған өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырылған.

Республика прокуратураһы "Таналыҡ" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Уға тәбиғәткә килтерелгән зыянды ҡаплау өсөн 604 864 250 һум талап ителә. “Граф” ойошмаһы иһә 400 000 һум штраф түләргә тейеш. Ике ойошманың да хужаһы бер, уларҙың артабан лицензиялары туҡтатыласаҡ.

Ведомство-ара комиссия ултырышында Ҡырмыҫҡалы районында ҡош-таш сығарыу, Әбйәлил районында "Восток" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәт ҡаралды.

Ултырыш аҙағында Азат Бадранов бер нисә күрһәтмә бирҙе. Тәү сиратта ауыл советтарына бесәнлектәр мәсьәләһен көйләү кәрәклеген билдәләне, сөнки сабынлыҡтарҙың сиктәре йыш ҡына лицензия бирелгән биләмәнеке менән киҫешә, был урындағы халыҡтың ризаһыҙлығын тыуҙыра.

Ер аҫты ҡулланыусылары менән йәмәғәтселек араһындағы бәхәсле мәсьәләләрҙе яйға һалыуға йәмәғәт советтарын йәлеп итергә кәрәк. Был урындағы халыҡтың һорауҙарына ваҡытында яуап биреүҙән, ҡулланылған технологиялар тураһында тулы мәғлүмәт биреүҙән ғибәрәт.

Сарала ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтары сығарған ойошмалар менән халыҡ араһында аңлашып эшләү, социаль-иҡтисади йәһәттән ярҙам күрһәтеү, йәмәғәтселек менән бәйләнештә булыуҙың әһәмиәтлелеген йәнә бер тапҡыр билдәләп үттеләр. Халыҡ менән аралашҡанда төп талап - асыҡ мәғлүмәт биреү һәм имеш-мимешкә юл ҡуймау.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас