

“Рәсәй һыуы” Бөтә Рәсәй ярҙарҙы сүп-сарҙан таҙартыу акцияһы һөҙөмтәләре билдәле булды. Башҡортостан иң яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән төбәктәр рейтингында бишенсе урынды биләй.
Беренселә - Татарстан, икенселә - Ҡарасай-Черкес, өсөнсөлә - Ингушетия, дүртенселә - Төньяҡ Осетия-Алания.
Шулай итеп, республикала һыу объекттарын сүп-сарҙан һәм ағас ҡалдыҡтарынан таҙартыу буйынса 450-нән ашыу сара үткәрелгән. Уларҙа 52 мең кеше ҡатнашҡан: йәмәғәт ойошмалары, ирекмәндәр, студенттар. Таҙартылған яр буйы һыҙатының дөйөм оҙонлоғо 2500 километрҙан ашыу тәшкил итә. Бөтәһе һигеҙ мең кубометр сүп-сар йыйылған.
"Һәр беребеҙҙең тәбиғәтте һаҡлауға индергән өлөшө тормошта татыулыҡты һаҡлау өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. "Рәсәй һыуы" акцияһы тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға, экологик мәҙәниәтте арттырыуға йүнәлтелгән, шулай уҡ республика халҡының ошо эштәр менән шөғөлләнеүен күрһәтә. Был бик ҡыуаныслы", — тине Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров.
Акция барышында илдең 85 төбәгендә барлығы 18 056 өмә үткәрелгән, яр буйы һыҙатының 31 мең километры таҙартылған. Йыйылған сүп-сар күләме — 180 мең кубометр. "Рәсәй һыуы" акцияһында быйыл 1141 963 кеше ҡатнашҡан, был яңы рекорд булып тора.
Был экологик сара 2014 йылдан алып үткәрелә. Ул Рәсәйҙә иң ҙур һәм популяр ирекмәндәр акцияларының береһе булып тора. Башҡортостан бер нисә йыл дауамында сарала әүҙем ҡатнаша. Акция йыл һайын апрелдән октябргә тиклем үткәрелә.
Фото һәм мәғлүмәт Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы сайтынан алынды.