

Бөгөн Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында ҙур кәңәшмә үтте. Унда республика Урман хужалығы министрлығы, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө биология институты, Дәүләкән районы хакимиәте, ауыл биләмәләре, шулай уҡ йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре саҡырылғайны.
Башҡортостандың айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы етәксеһе Салауат Нафиҡов билдәләүенсә, күлдең һайығайыуы ун йыл самаһы элек теркәлгән. Һуңғы йылдарҙа был процесс күҙгә күренеп үҙгәрә. Ете йыл эсендә Асылыкүлдең кимәле 83 сантиметрға кәмегән. Белгестәр һыу сифатын тикшергән. Анализдар күрһәтеүенсә, уның бысраныу кимәле икенсе кластан өсөнсөгә күскән.
"Күлдең ситен ләм баҫҡан, һөҙөмтәлә шишмәләр уға барып етмәй, ҡайһы берҙәре бөтөнләй кипкән. Экологтар фекеренсә, был эргә-тирәлә юлдарҙың күпләп һалыныуына бәйле булыуы ихтимал. Әгәр күлде ҡотҡарырға теләһәк, дәүләт кимәлендә саралар күрергә, республиканың иң ҙур һыу ятҡылығының экологик торошона бәйле фәнни нигеҙле тикшереү үткәрергә кәрәк", — тип билдәләне Салауат Нафиҡов.
Биология институты директоры Василий Мартыненко күлдә үткәрелгән элекке тикшеренеү һөҙөмтәләре буйынса дәлилдәр килтерҙе.
Ултырышта ҡатнашыусылар спутниктан төшөрөлгән һүрәттәр буйынса һыу киҫелешендәге үҙгәрештәр динамикаһын, һыу кимәленең түбәнәйеүен һәм Аслыкүлгә бәйле башҡа мәсьәләләр тураһында фекер алышты.
Ултырыш йомғаҡтары буйынса, һайыҡҡан урындарҙы ләмдән таҙартыу кәрәклеге билдәләнде, күлде һаҡлау режимын үҙгәртергә тәҡдим ителде. Эргә-тирәлә шишмәләр таҙартыласаҡ, яҙ яр буйлап ағастар ултыртыласаҡ.
Автор фотоһы.