

Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының эксперт советы ултырышында Башҡортостанда карбон полигоны булдырыу программаһы раҫланды.
Сарала ҡатнашыусылар ведомствоның пилот проекты нигеҙендә Рәсәй төбәктәрендә асылған карбон полигондарының эшмәкәрлегенең беренсе һөҙөмтәләрен дә барланы.
"Февраль айында старт алған проект Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Карбон полигондары эшмәкәрлеге йүнәлеше буйынса сит илдәр менән хеҙмәттәшлекте әүҙемләштерер кәрәк – был беҙҙең эшебеҙгә баһа", - тине Рәсәй мәғариф һәм фән министры Валерия Фалькова.
Ултырышта Башҡортостанда - Өфө дәүләт нефть-техник университеты, Ямал-Ненец һәм Ханты-Манси автономиялы округтарында донъя кимәлендәге Көнбайыш-Себер фәнни-мәғариф үҙәге базаларында карбон полигондары программалары тәҡдим ителде һәм раҫланды.
Республикала карбон полигоны проектын тормошҡа ашырыу өсөн 700 миллион һум аҡса йүнәлтелгән.
Юғары уҡыу йорто етәкселеге белдереүенсә, киләһе йылға уҡытыу программалары киңәйтеләсәк, бынан тыш, университеттың республика юғары уҡыу йорттары өсөн генә түгел, Рәсәйҙең башҡа карбон полигондары өсөн дә мәғариф экспорты үҙәгенә әйләнеүе ихтимал тип күҙаллана.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?EL..