

“Атайсал” проекты, яҡташтарҙың тыуған яҡтарына ярҙам итеүен күҙ уңында тотҡан йәмәғәт программаһы булараҡ, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән барлыҡҡа килгәйне.
Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты, республика Башлығы Радий Хәбировтың “Атайсал” проектына һәм “Сәләмәт ауыл” район конкурсына ярашлы, “Сылтыр шишмә” акцияһы иғлан итте. Акцияла райондың бөтә ауыл биләмәләре әүҙем ҡатнаша. Үҙ еренең патриоттары, "Атайсал" проекты нигеҙендә, тыуған ауылы янындағы шишмә-ҡойоларҙы кәртәләп алыуға матди ярҙам күрһәтә.
Шуларҙың береһе – Өфөлә йәшәгән танылған ғалимә Миңһылыу Усманова, тыуған ерендәге Йылы ҡойо тип аталған шишмәне һаҡлап ҡалыу өсөн етерлек аҡса бүлеп, Ишмөхәмәт ауылы халҡы ярҙамында был изге эште атҡарып сыға. Әйткәндәй, Миңһылыу Ғөбәйт ҡыҙы үҙенең бала сағы һәм үҫмер йылдары үткән Үрге Иҙрис ауылындағы Ҡарттар ҡоҙоғон кәртәләп алыуға ла тос өлөш индергән. Ғалимәнең был изге эше маҡтауға лайыҡ, әлбиттә.
Һуңғы йылдарҙағы ҡоролоҡ һөҙөмтәһендә күп ауылдарҙа шишмә, ҡоҙоҡ, хатта йылға-инеш баштары ҡороуға дусар булды, шуға күрә уларҙы таҙартып, кәртәләп алыу – бик кәрәк һәм әһәмиәтле ғәмәл. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: ошо тәбиғи сығанаҡтар кәртәләп алынғас та, күптәренә һыу ҡайтып, шишмәләрҙең сылтырҙап аға башлауы күҙәтелә. Тимәк, "Атайсал" проекты буйынса башҡарылған эштәр юҡҡа түгел, тәбиғәткә саҡ ҡына иғтибар булғанда, ул үҙе үк кешегә ярҙамға килергә әҙер.
Фото: Ишмөхәмәт ауыл биләмәһе төркөмөнән.