

Йылайыр районы урмандарында тиҙҙән төньяҡ боландары үрсемәҫ тимә... Был хаҡта район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә түбәндәгеләрҙе яҙған:
"Хәҙер беҙҙең районда ла боландар йәшәй. Ҡырағай тәбиғәт шарттарында уларҙы осратыу еңелдән түгел. Балалар менән осрашҡан мәлдә улар бер ҡасан да тере боланды күргәндәре булмауы хаҡында белдерҙе. Әйткәндәй, ғорур һәм ирекле болан район символдарының береһен тәшкил итә.
Мин, төньяҡта йәшәгән һәм эшләгән яҡташтарға мөрәжәғәт итеп, балаларҙың хыялын тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итеүҙәрен һораным. Ямал-Ненец автономиялы округынан Ҡоролтай етәксеһе, эшҡыуар Ирик Мәҡсүтовтың ярҙамы менән төньяҡтан дүрт болан Йылайырға килтерелде. Юл мәшәҡәте лә, мажараһы ла күп булды, әммә бөгөн төньяҡ "ҡунаҡтары" Йылайыр ерендә үҙҙәрен яҡшы тоя һәм теләүселәр урман матурҡайҙарын килеп ала. Йылайыр ауылының "Венер" мәсетенә ҡаршы паркта улар менән яҡындан танышырға мөмкин, шулай уҡ йәшелсә менән һыйлау ҙа рөхсәт ителә. "Бына ниндәй һин, төньяҡ боланы!" – тип һәр кем һоҡланып әйтеренә иманым камил".
Беҙҙең дә төньяҡ боландары менән тиҙерәк танышҡыбыҙ килә. Ә һеҙҙең ғорур боландарҙы күргегеҙ киләме?
Фото: Евгений Венидиктов.