Экология
5 Ғинуар 2022, 14:45

Оҙайлы ял осоронда сүп-сар нисек сығарыла?

Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров Башҡортостан юлдаш телевидениеһы журналистары менән ошо мәсьәләне тикшерҙе. 

Оҙайлы ял осоронда сүп-сар нисек сығарыла?Оҙайлы ял осоронда сүп-сар нисек сығарыла?
Оҙайлы ял осоронда сүп-сар нисек сығарыла?

Бөгөн, 5 ғинуарҙа, республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров Башҡортостан юлдаш телеканалы журналистары менән берлектә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүсе төбәк операторҙарының оҙайлы ял ваҡытында нисек эшләүен ҡараны. Аныҡлап әйткәндә, баш ҡаланың Калинин, Орджоникидзе райондарында, Өфө районының Дорогин ауылында сүп-сар контейнерҙарының торошо, ҡалдыҡтарҙы сығарыу графигының үтәлеше тикшерелде.

Ғәҙәттә, Яңы йыл каникулында сүп-сар күләме бермә-бер арта. Ошоға бәйле, Башҡортостанда 31 декабрҙән 9 ғинуарға тиклем ҡалдыҡтарҙы сығарыуҙы тикшереү көсәйтелгән, бының өсөн төбәк операторҙары тарафынан яуаплы кешеләр билдәләнгән. Муниципалитеттар менән сүп-сарҙы сығарыу графигы алдан уҡ килешелгән, рейстар һаны арттырылған. Был йәһәттән махсус мобиль ҡушымталар ҙа ярҙамға килә.

"Дөйөм алғанда, эш яҡшы ойошторолған, Калинин, Орджоникидзе райондарында сүп-сар графикка ярашлы сығарыла. Контейнер майҙансыҡтарын ҡарҙан таҙартыу буйынса берҙәм һәм оператив эшләгәне өсөн идарасы компанияларға рәхмәт белдерәм. Майҙансыҡтарға инеү юлдары таҙа, сүп-сар ваҡытында алына, - тип һөйләне Урал Искәндәров. – Дорогин ауылында ла ҡалдыҡтар сығарылған, әммә контейнерҙар янында бер аҙ сүп-сар ятып ҡалған, моғайын, кешеләр уны контейнерға алып барып еткермәй ташлағандыр йәки ел осорғандыр. Бындай проблемаларға юл ҡуймау өсөн барлыҡ муниципалитеттарға ла сит ойошмалар менән килешеү төҙөп, контейнер майҙансыҡтарын ҡалдыҡтар сығарылғандан һуң ике сәғәт эсендә таҙартыу сараһын күрергә тәҡдим ителде. Был эш “ТКО-Башҡортостан” автоматлаштырылған системаһы ярҙамында күҙәтеү аҫтында тотоласаҡ. Шулай уҡ халыҡтың социаль селтәрҙәрҙә ҡалдырған ялыуҙары ла иҫәпкә алынасаҡ".

Бындай график контейнер майҙансыҡтарын мөмкин тиклем таҙа тотоуҙы маҡсат итеп ҡуя һәм 2022 йылдың 20 ғинуарына тиклем ғәмәлдә буласаҡ. Был йәһәттән һорауҙар тыуһа, һәр кем Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы оператив-диспетчер хеҙмәтенә шылтырата ала, телефон: 218-04-30. Сүп-сарҙы ваҡытында сығарыуға бәйле һорауҙар менән төбәк операторҙарына ла мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Фото һәм текст сығанағы: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=54394 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас