

“Уралпромтехсервис” предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре әлеге ваҡытта өҫтәмә таҙартыу фильтрҙары ҡуя. Был - элек ҡулланылмаған һыу менән һыуытыу системаһы һәм өҫтәмә һыу фильтрҙары. Ул экологик яҡтан таҙа - һыу фильтрациянан һуң ҡойолмай, фильтр ҡоролмаһында әйләндерелә. Тиҙҙән көйләү эштәре һәм төрлө режимда яңы ҡорамалдарҙы һынау, һуңынан предприятиеның һауаға бысраҡ ташлау хәүефе юҡлығына инаныу өсөн эш һөҙөмтәлелеге тикшереләсәк. Һуңынан ҡала халҡы менән отчет биреү осрашыуы планлаштырылған.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Сибайҙа йәшәгәндәр ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Афзаловҡа “Уралпромтехсервис” предприятиеһы янында һары ҡар яуыуына зарланып мөрәжәғәт итте. Рөстәм Афзалов предприятие етәкселеге менән осрашты һәм лигносульфонаттарҙы киптереү линияһын туҡтатыуҙы талап итте. Завод менеджменты фильтрлау ҡоролмаларын яңыртырға һәм өҫтәмә фильтрлау ҡорамалын ҡуйырға ризалашты.
“Уралпромтехсервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте целлюлоза нигеҙендә сеймал киптереү менән шөғөлләнә. Заводта элекке Сибай һөт-консерва комбинатының ҡоро һөт ҡатнашмаларын етештереү өсөн ҡулланылған ҡорамалдары файҙаланыла. Ғәмәлдәге етештереүҙә оҡшаш технология ҡулланыла.
Яңыртыу ваҡытында предприятиеның эше туҡтатылмаған. “Ангидро” киптереү ҡоролмаһы эшләмәй, ҡалған ҡорамал ғәҙәти тәртиптә файҙаланыла.