Экология
12 Ғинуар 2022, 08:56

Йылға-күлдәр ниңә ҡорой?

drive2.rudrive2.ru
Фото:drive2.ru

Бер мәл телевидение аша Асылыкүлдең бөгөнгө хәленә ҡағылышлы экологик комиссия эшләүе тураһында тапшырыу күрһәткәйнеләр. Унда һуңғы йылдарҙа күлдең һайығыуына бәйле төрлө сәбәптәр килтерелде. Мин дә, тәбиғәтебеҙҙең хәленә ҡағылып, ошо хаҡта фекерҙәрем менән уртаҡлашмаҡсымын.

Бығаса йылға-күлдәребеҙҙең торошо насарайыуға ерҙе күпләп һөрөү, тупраҡ эрозияһы, көтөү­лектәр арҡаһында яланда ғына түгел, урманда ла тупраҡтың тығыҙланыуы, дым һаҡлау һәләте юғалыуы булышлыҡ итә тигән фекерҙәр йыш яңғыраны. Бының менән килешмәү мөмкин түгел, әлбиттә. Беҙҙең Һаҡмар ҙа аҙ һыулы булып ҡалды. Эргә-тирәләге эреле-ваҡлы инештәр ҙә ҡороп бөтөп бара.

Әммә икенсе фекер ҙә бар. Бынан күп йылдар элек (1965) Баҡы ҡалаһы биләмәһендә армия хеҙ­мәтен үткәйнем. Шул ваҡытта, Каспий күле (диңгеҙе) бик ныҡ һайыға, ярынан 20 – 40 метр кәмене, тип һөйләйҙәр ине. Хәтерҙә: Каспийҙы һаҡлау өсөн илдең төньяғына, ҡайһы берәүҙәр әйткәнсә, “буштан-бушҡа” аҡҡан ҙур йылғаларҙы кире борорға, йәғни ҡорой башлаған диңгеҙгә ағыҙырға, тигән ғәйәт ҙур пландар ҡоролғайны. Шөкөр, ул ниәт тормошҡа атҡа­рылманы, күпме аҡса елгә осор ине.

Бөгөн Каспий һайыҡҡан мәлдә ярҙарында төҙөлгән ҡоролма­лар­ҙы баҫып, мул һыулы күлгә әйлән­де, хатта Ленкорань уйһыулығын баҫты. Шулай уҡ заманында караптар гиҙгән Арал күленең (диңгеҙе) кибә барыуын Амударъя, Һырдаръя йылға­ларының һыуын күпләп һуғарыуға тото­ноуға бәйләгәйнеләр. Ҡасандыр Аралды йәмләгән караптар бөгөн ҡороған күлгә һәйкәл ише ҡоро ерҙә ҡалды. Ә күлдең һыуы Каспийға аҡҡандыр, тигән фараз бар.

Уйлаһаң, Ерҙең планета булараҡ “тыуыуы”, “йәшәүе” ҡатмарлы күренештәр аша барғанын асыҡ төҫмөрләргә була. Ҡасандыр һыу аҫтында булған ерҙәр вулкандар һөҙөмтәһендә Ер “билбауын” (Гималай, Памир, Тянь-Шань, Кавказ, Карпат, Пиреней тауҙарын һәм башҡаларҙы) барлыҡҡа килтереп, экваторҙы тыуҙырған. Океандар төбөндә лә тау теҙмәләре етерлек.

Ер өҫтөндәге һыу, ике полюсҡа айырылып, боҙ донъяһы барлыҡҡа килгән. Әле беҙ йәшәгән ер өлөшө лә ҡасандыр һыу аҫтында булған бит. Уның ҡалдыҡ эҙҙәре – Гоби, Ҡыҙылҡом, Ҡараҡом, Сахара, Калахари сүллектәре. Ә беҙҙә инде – шихандар һәм Башҡортостандың төньяғынан Ырымбур далаларына тиклем һуҙылған “Ата тоҙ” ятҡылығы.

Төньяҡ һәм Көньяҡ ҡотоптар тау теҙмәләре менән бәйләнгән. Урал, Карпат, Альп, Кордильер тауҙары һәм әлегә “йәш” һаналған Камчатка, Сахалин, Япон утрауҙары…

Ер ҡабығының үҙгәреүен күрмә­һәк, тоймаһаҡ та, ябай ғына бер күренеш хаҡында һөйләп үтәм. Бала сағым Вәли ауылында (хәҙер ул юҡ) үтте. Ауыл осонда бейек кенә Сусаҡ­тауҙың дауамы булған Бәләкәйтау бар. Шул тауҙан санала, саңғыла ҡолай-ауа шыуа инек. Күҙә­теүҙәремдән күренеүенсә, ошо тау ергә “һеңә” бара.

Элек ҡоҙоҡ ҡаҙыр инек. Ҡоҙоҡтоң һыуы ҡороно ла ҡуйҙы, тип зарланғандарҙы ишеткеләй инек. Хәҙер һәр өй янында – скважина. Бына күршемдең элек мул һыу биргән скважинаһынан бөгөн ике-өс биҙрә генә һыу сыға.

Мин Асылыкүл йәшәр, әммә уға ҡойған йылғалар һыуҙың юғалыуын тулыландыра алмаҫ, тигән фекер­ҙәмен, сөнки Ер үҙ ҡанундарына ярашлы йәшәй, ул беҙгә буйһонмай.

 

Йәмних ҠАШҠАРОВ.

 

Баймаҡ районы, Әбделкәрим ауылы.

Читайте нас