Экология
18 Ғинуар 2022, 04:18

Бәләкәй саҡтан өйрәтәйек

“Твиттер”.“Твиттер”.
Фото:“Твиттер”.

Тирә-яҡ мөхит, тәбиғәтебеҙ имен, кешеләр экологик яҡтан мәҙәниәтле булһын өсөн, балаларҙы бәләкәйҙән дөрөҫ тәрбиәләп үҫтерергә кәрәк. Әлбиттә, бында ауыр терминдар һәм ҡатмарлы проблемалар тураһында һүҙ бармай. Файҙалы, изге эштәр ябай ғына ғәмәлдәрҙән тора: сүп-сарыңды теләһә ҡайҙа ташлама, йәнлектәргә, ҡош-ҡортҡа ярҙам ит һәм башҡалар.

Һис шикһеҙ, был эште балаларға үҙ өлгөң менән күрһәтеү зарур, шуға күрә өлкәндәргә бер нисә ябай кәңәш бирмәксебеҙ.

Ҡыш бөтә йән эйәләренә лә еңел түгел. Һалҡын көндә аҙыҡ табыу ғына ла ни тора! Айырыуса ҡала һәм ауылдар тирәһендә йәшәгән бәләкәй ҡошсоҡтарға ауыр. Был осраҡта ярҙамға кешеләр килә ала. Бының өсөн ябай ғына тағараҡ яһап, шунда ваҡыт-ваҡыт ем һалып тороу ҙа етә. Был йәһәттән беҙҙең мәктәптәр, балалар баҡсалары әүҙем эш алып бара, әлбиттә. Хеҙмәт дәрестәрендә тағараҡ эшләргә лә өйрәтәләр. Әммә был эш ғаиләлә, атай һәм әсәй, ағай-апайҙар менән бергә башҡарылһа, күпкә яҡшыраҡ та, күңеллерәк тә булыр.

Ябай ғына тағараҡтар эшләү юлдары бик күп. Ҡаптарҙан да, пластик шешәләрҙән дә. Ысулдарын интернеттан табырға була. Иң мөһиме, бала ҡатнашһын һәм үҙ өлөшөн индерһен. Аҙаҡ иһә тағарағын тикшереп, ем өҫтәп торһа, бик шәп.

Ҡышын шулай уҡ балыҡтарға ла ярҙам кәрәк. Был ғәмәл хәүефлерәк, әлбиттә, әммә өлкәндәр менән бергә булғанда, балаларҙы ла алып барырға һәм өйрәтергә була. Һүҙ балыҡтар ҡалын боҙ аҫтында тонсоҡмаһын өсөн бәләкәй мәкеләр уйып сығыу тураһында. Боҙуйғыс менән йылғала бер нисә урында мәкеләр эшләп сығыу әллә күпме балыҡты тонсоғоуҙан ҡотҡарасаҡ бит.

Урманға, ҡалала йәшәгәндәр ҡыш паркка барған саҡта, кеҫәгә бәләкәй икмәк киҫәге, башҡа ризыҡ алып сыға ала. Ваҡ кейектәр уны еҫе буйынса аҙаҡ үҙҙәре килеп табыр.

Шулай уҡ урамда өшөп ултырған бесәй йәки эткә ҡарата ла миһырбанлы булырға кәрәк. Һис юғында, ризыҡ биреп, йылы подвалға индерергә йә үҙеңә алырға, йә башҡа хужа табырға тырышырға.

Бәләкәйҙән изгелекте күреп, уны үҙе ҡылып үҫкән бала ҙурайғас та миһырбанлы була. Балаларыбыҙҙы дөрөҫ тәрбиәләйек!

Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА. 

Читайте нас