Экология
20 Ғинуар 2022, 09:00

Һеләүһенде иреккә ебәргәндәр

Януар яңы ерҙә йәшәргә өйрәнә.

Һеләүһенде иреккә ебәргәндәрҺеләүһенде иреккә ебәргәндәр
Һеләүһенде иреккә ебәргәндәр

Өфө урамдары буйлап йөрөгән һеләүһен тураһында яҙып сыҡҡайныҡ. Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы белгестәренең һеләүһенде тотоуы тураһында билдәле булды.

Рязань урамында урынлашҡан “Башкирэнерго” станцияһына һеләүһен Яңы йыл байрамы алдынан килә башлай. Камераларҙың яҙмаларынан күренеүенсә, ул төн һайын бер үк юлдан йөрөй. Ошо һуҡмаҡтарҙың береһенә ау ҡуйыла.

Өфө ҡалаһының ветеринария станцияһы етәксеһе Рушан Ғарипов януарҙы ҡарай. Ауырыу билдәһе табылмай, яралары юҡ. Шуға белгестәр һеләүһенде иреккә сығарырға ҡарар итә.

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының ҡырағай йәнлектәрҙе һаҡлау бүлеге етәксеһе урынбаҫары Глеб Егоров билдәләүенсә, һеләүһенгә бер йәш самаһы.

- Һеләүһенде тотоу өсөн уны тәүҙә ашаттыҡ. Ул бер урында ашарға һалғанға өйрәнде. Ҡала ситендә ҡырағай йәнлек йөрөүе бында эшләгән кешеләр өсөн дә, йәнлектең үҙе өсөн дә үтә хәүефле ине. Әле уны урманға ебәрҙек. Һунарсыларға юлыҡмаһын өсөн ниндәй районға икәнен әйтмәйбеҙ. Үҙенә ят шарттарҙа һеләүһенгә бер аҙ өйрәнергә кәрәк. Дөйөм алғанда, ул - һау һәм ҡыйыу хайуан, - ти Глеб Егоров.

Ә һеҙҙең ҡырағай йәнлектәр менән күҙмә-күҙ осрашҡанығыҙ бармы?

Фото: БСТ каналы сайтынан алынды.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас